Шб, 11.01.2025, 21:36
RSS
 
Сайт менюһы
Бүлек категориялары
Азамат Юлдашбаевтың блогы. [1]
Ижтимағи мөнбәр. Марсель Ҡотлоғәлләмовтың блогы. [1]
"Салауат Юлаев" хоккей клубы. [0]
Һорауыбыҙ бар
""Шоңҡар"ға яҙылыу хаҡы нисә һум булырға тейеш?
Бөтәһе: 53 яуап
Календарь
«  Ғинуар 2010  »
ДшШшШрКсЙмШбЙш
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031
Баш бит» 2010 » Ғинуар » 12 » Үҙ-үҙемә әйтер һүҙ.
18:10
Үҙ-үҙемә әйтер һүҙ.
Әҙәм балаһының ҡылыҡ-фиғеленә ниндәйҙер атама бирергә, уның эш-ғәмәлдәрен үлсәүҙәргә һалырға ауырһынған саҡтар йыш була. Әллә рухи яңғыҙлыҡтан, әллә ошо донъяла аҙашып киткән мәлдәрендә, кеше үҙе менән үҙе һөйләшә башлай. Бының сәбәптәренә табиптар, психологтар үҙҙәренсә аңлатма бирәлер, әлбиттә. Ләкин әгәр һин уйҙарыңды, хәсрәт-хәстәрҙәреңде йүгәнләй алмағанһың, аңыңа буйһонмаған хистәрең менән уртаҡлашыусы тапмағанһың һәм әңгәмәсене үҙ-үҙеңдә эҙләү зарурлығына еткәнһең икән, тимәк, һине уратып алған мөхит менән арағыҙҙа бәйләнеш ептәре нәҙегәйә, бер-береңә барыу күпере тарая бара.
Ҡайнап торған халыҡ араһында яңғыҙлығыңды тойоу – айырым шәхес өсөн генә фажиғә түгел. Бының сәбәптәре тәрәнерәк һәм уның тамырҙарын йәмғиәттәге дөйөм хәлдән, власть менән ябай кеше араһындағы мөнәсәбәттәрҙән эҙләргә кәрәктер.
Кемгә нисек тойолалыр, әммә миңә идара итеүсе элита менән халыҡ араһындағы бәйләнеш һаңғырауҙың телһеҙ менән аңлашырға маташыуы булып күренә. Ғәмәлдә чиновниктар бюрократияһы, төрлө кимәлдәге депутаттар – бер телдә һөйләшә, үҙ маҡсаттары, үҙ зауығы, үҙ тормошо менән йәшәй. Ҡул көсө һәм аҡылы менән тамаҡ туйҙырған, пенсия менән көн күргән күпселектең теле лә, теләк-хыялы ла башҡасараҡ. Был халыҡтың тауышы элек тә һис нигә йоғонто яһамай ине, хәҙер ул тамам ишетелмәҫ булды. Ил Президенты Дмитрий Медведев "Рәсәй, алға!" тигән мәҡәләһендә һәм видеоблогында ябай кешеләрҙең фекеренә илтифат итеүгә ынтылыш яһағандай булһа ла, сәйәси фирҡәләр лидерҙары өсөн беҙ "электорат", йәғни тауыш биреү материалы, сифатында ғына ҡалабыҙ.
Президенттың халыҡ аңлаған телдә аралашырға тырышыуы ла, Владимир Путиндың илдең бөлөп барған иҡтисадын ҡотҡарыусы ролендә йөрөүе лә йәмғиәттәге тарҡаулыҡты йәшерә алмай. Сөнки Президент та, Хөкүмәт рәйесе лә алыҫта, һүҙ түгел, уй ҙа етә алмаҫлыҡ юғарылыҡта. Һиңә һәм миңә иһә, донъя йомоштарын йомошлар өсөн, эргәләге контораға, кескәй генә булһа ла түрәгә мөрәжәғәт итергә тура килә. Ижтимағи кимәлдә тиң аралашыу булмаған йәмғиәттә һәр төрлө мәсьәләләр тураһында фекер алышыу йә ишек алдындағы эскәмйәлә сафсата һатыуға, йә дуҫ-иптәштәрең араһында тормошҡа зарланыуға ҡайтып ҡала. Табын янындағы йә кухнялағы тел сарлауҙың, әлбиттә, һис ниндәй ҙә сәйәси һөҙөмтәһе булмай, ундай ғәҙәттәр бары "эс бушатыу" ғына.
Дмитрий Медведев блогына ағылып килеүсе хәбәрҙәр һәм мөрәжәғәттәрҙең төп йүнәлешен белеү беҙгә насип түгел. "Рәсәй, алға!" мәҡәләһендәге ихласлыҡ, бәлки, илебеҙҙәге һәм ситтә йәшәүсе ҡайһы бер патриоттарҙың йөрәгенә ҡуҙ һалғандыр. Әйткәндәй, Президент ҡасандыр илде ташлап сығып киткән 150 ғалимдың хатын алып ҡыуанғанлығын йәшермәй, сит университеттар һәм лабораторияларҙа эшләүсе аҡыллы баштарҙы Рәсәйгә ҡайтарып алыу бурысын ҡуя. Ил башлығы, уҡымышлы кешеләргә ҡарата бөгөнгө сәйәсәт дауам итһә, Рәсәйҙә оҙаҡламай наҙандар, эскеселәр, бурҙар ғына йәшәү ихтималын аңлай, шикелле.
Ниәттәре бойомға ашырмы, юҡмы, әммә Президент менән Премьер-министр ябай халыҡ күптән белгән бер хәҡиҡәтте таныны: чиновниктар ҙа, депутаттар ҙа илдең мәртәбәһе өсөн эшләмәй, бәлки, үҙҙәренең шәхси мәнфәғәттәрен генә хәстәрләп йәшәй. Ғөмүмән, бюрократия, хоҡуҡ һаҡлау органдары, криминаль-олигархия менән ҡушылып, дәүләттең именлегенә ҡурҡыныс тыуҙырыусы төп көскә әүерелде. Был ҡатлам өсөн закон да, Президент фармандары ла, Хөкүмәт рәйесе күрһәтмәләре лә бер ни түгел. Беҙҙә вазифа вәкәләттәре, аҡса, әшнәлек, телефон аша күрһәтмә власты ла, булдыҡлылыҡты ла, намыҫты ла алмаштыра.
Аҡыллы бер кеше: "Күңелегеҙҙе төшөнкөлөк баҫып алмаһын, юғиһә был тормошта йәшәү мөмкин булмаясаҡ", – тигән. Өйрәтеп әйтеүе еңел дә ул, өмөтһөҙлөккә ҡаршы тороуы ғына ауыр. Властар төбәк закондар сығарыу органдарына октябрь айында үткән һайлауҙар һөҙөмтәләренә аптыраған була. Йәнәһе, электорат, йәғни беҙ, был сәйәси кампанияны һанға һуҡмайбыҙ. Был осраҡта халыҡты ғафиллыҡта ғәйепләү урынлымы ни? Илдең сәйәси системаһында "Берҙәм Рәсәй" шундай урын алып тора, уның кандидаттары депутатлыҡ мандатын, ғәмәлдә, тауыш бирмәйсә лә ала. Эшлекле оппозицияны формаль хәлгә ҡалдырып һәм "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһенән КПСС-тың булдыҡһыҙ, бюрократик клонын үҫтереп, юғары власть халыҡты үҙенән тамам биҙҙерҙе.
Күптән түгел тыуған яҡтарымдан тиҙ генә ышана алмаҫлыҡ хәбәр алдым: ун ике ауыл халҡы хәмерҙән ауыҙ итеүҙән баш тартҡан, имеш. Урындағы властар – эйфорияла, матбуғат был хәлде маҡтап туймай. Иншалла! Ата-бабаларыбыҙ хәмерһеҙ ҙә күңел асып йәшәй белгән, йәшәгән, бөгөнгө йәштәрҙең дә быға кәре етер ине. Тик минең әлегә күп өйлө ауылымда, шәхси хужалығын иҫәпләмәгәндә, ҡулға тотоп эшләрлек эш юҡ. Тимәк, аҡса ла юҡ. Шуғалыр, ауылдымда тәҙрәләрен моңайтып ултырған өйҙәр әле байтаҡ, ләкин улар бушағандан-бушай. Ҡала тулы кейәүһеҙ ҡыҙ, ауыл тулы буйҙаҡтар, тип әрнеү ҡатыш шаярған булабыҙ ҙа, ғаилә ҡора алмаған егеттәр, ҡаңғырып йөрөй-йөрөй ҙә, йә эскегә һабыша, йә үҙенә ҡул һала. "Ауылда эшһеҙлектең булыуы мөмкин түгел", – тигән рәсми ҡараш та бар. Әммә, үҙ эшеңде алып китеү өсөн, бюрократияның мең ғазаптарын үткән хәлдә лә, башланғыс капитал да, көс-ғәйрәт тә кәрәк. Ә улар ҡайҙа?
Бер тотам ғына ара үтеүгә, ике йылды тоташтырған виртуаль сикте ашаҡларбыҙ. Был донъяның бөткөһөҙ мәшәҡәттәренән арманһыҙ булып, йыл ахырына еткән саҡта күңелде нимәлер болоҡһота, һүнеп барған өмөттәр баҙлап алғандай була. Алдағы йылда ла донъя бола, өшәнес, ҡурҡыныс ҡаласаҡ бит инде. Финанс көрсөгө иҡтисадыбыҙҙың тамырын ҡумшатҡан, ярлылар хәйерсегә әйләнгән саҡта дәүләт ҡаҙнаһын бүлгеләп алған олигархтар, элеккесә, шашып йәшәйәсәк. Улар инде үҙҙәренә ожмахты әлеге донъяла ҡорған. Бөйөк Ватан һуғышының һанаулы ғына ҡалған иҫән яугирҙарының һаман торлаҡһыҙ ғүмер кисереүе байҙарҙы борсомаҫ, ә власть был проблеманы йәнә матур вәғәҙәләр төргәгенә төрә, йәиһә белмәмешкә һалыша. Ошондай дәүләттә патриотизм, милли идея, намыҫ тигән төшөнсәләргә урын булыуы мөмкинме?
Яңы йыл тыуғас та телевидение каналдары сит илдәрҙә әүәләнгән шоу-программалар менән албырғатасаҡ. Экрандарҙан ҡан ҡойош, бандитлыҡ, фәхишәлек әллә ҡайҙа юғалмаҫ. Кашпировский, Мавроди, Грабовой вариҫтары Рәсәй киңлектәрендә йәнә көтөү-көтөү булып йөрөй. Китап кибеттәренә Маринина, Донцова "әҫәрҙәре" урынына Лидия Сейфуллина, Ванда Васильевская, Агния Барто китаптары инеп ятмаҫ. Шуныһы аптырата ла, ҡурҡыта ла: гәзит-журналдар биттәрендә сыға килгән аҡыллы фекерҙәр, эшлекле тәҡдимдәр, йәмғиәттә ыңғай баһа алһа ла, юғарыла ҡабул итеү тапмай. Телевидение – үҙе бер дәүләт, гәзиттәр үҙ фекерен уҡыусыһы өсөн баҫа, ә власть икенсе донъяла йәшәй. Әгәр фекер уртаҡлашыу кухня мөхитенә генә ҡала икән, ул йәмғиәттә берҙәмлек тураһында оноторға мөмкин. Урамда үҙ алдына үҙе һөйләшеп барған кешене осратһағыҙ, унан тайшанмағыҙ, был кеше сирле түгел. Мөрәжәғәт итер, кәңәш уртаҡлашыр, ярҙам көтөр уның бер кеме лә юҡ. Ул – яңғыҙ.
Категория: Ижтимағи мөнбәр. Марсель Ҡотлоғәлләмовтың блогы.| Ҡаралған: 974 | Өҫтәне: Shomas| Тегтар: Президент, донцова, Дмитрий Медведев, Кашпировский, Рәсәй, Лидия Сейфуллина, Маринина, Мавроди, алға! | Рейтингы: 0.0/0
Эҙләү
Архив материалдары
"Шоңҡар" плееры
Реклама


"Шоңҡар" - башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер, ҡабатланмаҫ йәштәр баҫмаһы!
© 2025 "Шоңҡар" журналы.
www.shonkar-02.ucoz.ru сайтында урынлаштырылған бөтә мәғлүмәт һәм
мәҡәләләр авторлыҡ хоҡуғы тураһында халыҡ-ара һәм Рәсәй закондары менән яҡлана
Rambler's Top100