Календарь |
|
| « Ноябрь 2024 » | Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш | | | | | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
| |
|
|
|
|
Иҫке Яңы йыл менән! Ҡыҙыҡ яңғырай. Үҙе - иҫке, үҙе – яңы. Үҙебеҙ кеүек. Ни иҫкерә, ни яңыра алмайбыҙ. Соц.фекер менән кап.йәмғиәттә йәшәргә маташабыҙ ("Буранбай”ҙы - хеви-металл стилендә” :( йә рэп). Нимә әүәләгәнебеҙҙе лә, нимә килеп сығырын күҙаллай ҙа алмайбыҙ.
Ҡасандыр "беҙ әкиәттән ысынбарлыҡ яһарға тыуғанбыҙ”, тип йырлай инек. Хәҙер "ысынбарлыҡтан - әкиәт”. Бәлки… Өмөттән айырылмайыҡ. Өр-яңы Барыҫ йылы. Әлеге өмөт. Тираж туғыҙ меңдән дә артты. Шөкөр. Тираж былтыр ҙа һәйбәт ине. Тик ул ҡышты ҡар аҙ булды. Быйыл күп. Тимәк, тираж менән ҡар араһында бер ниндәй ҙә бәйләнеш юҡ. Хуп. Быныһын да иҫбатланыҡ :). |
Ҡаралған: [1051] | Комментарийҙар (0) |
| |
|
|
|
Әҙәм балаһының ҡылыҡ-фиғеленә ниндәйҙер атама бирергә, уның эш-ғәмәлдәрен үлсәүҙәргә һалырға ауырһынған саҡтар йыш була. Әллә рухи яңғыҙлыҡтан, әллә ошо донъяла аҙашып киткән мәлдәрендә, кеше үҙе менән үҙе һөйләшә башлай. Бының сәбәптәренә табиптар, психологтар үҙҙәренсә аңлатма бирәлер, әлбиттә. Ләкин әгәр һин уйҙарыңды, хәсрәт-хәстәрҙәреңде йүгәнләй алмағанһың, аңыңа буйһонмаған хистәрең менән уртаҡлашыусы тапмағанһың һәм әңгәмәсене үҙ-үҙеңдә эҙләү зарурлығына еткәнһең икән, тимәк, һине уратып алған мөхит менән арағыҙҙа бәйләнеш ептәре нәҙегәйә, бер-береңә барыу күпере тарая бара.
Ҡайнап торған халыҡ араһында яңғыҙлығыңды тойоу – айырым шәхес өсөн генә фажиғә түгел. Бының сәбәптәре тәрәнерәк һәм уның тамырҙарын йәмғиәттәге дөйөм хәлдән, власть менән ябай кеше араһындағы мөнәсәбәттәрҙән эҙләргә кәрәктер.
Кемгә нисек тойолалыр, әммә миңә идара итеүсе элита менән халыҡ араһындағы бәйләнеш һаңғырауҙың телһеҙ менән аңлашырға маташыуы булып күренә. Ғәмәлдә чиновниктар бюрократияһы, төрлө кимәлдәге депутаттар – бер телдә һөйләшә, үҙ маҡсаттары, үҙ зауығы, үҙ тормошо менән йәшәй. Ҡул көсө һәм аҡылы менән тамаҡ туйҙырған, пенсия менән көн күргән күпселектең теле лә, теләк-хыялы ла башҡасараҡ. Был халыҡтың тауышы элек тә һис нигә йоғ
...
Читать дальше »
|
Ҡаралған: [962] | Комментарийҙар (0) |
| | | |
|