Календарь |
|
| « Октябрь 2024 » | Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш | | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
| |
|
"РФ халҡын эш менән тәьмин итеү тураһындағы” федераль законға эш биреүселәрҙә төрлө хоҡуҡи статуста эшләүсе граждандарҙың хеҙмәт хоҡуғына бәйле төҙәтмәләр индерелде. Атап әткәндә, 2009 йылдың 27 декабрендәге 367-ФЗ һанлы законында күрһәтелгән төҙәтмәләр менән билдәләнгән тәртиптә эшһеҙ тип табылған һәм мәшғүллек хеҙмәте үҙәктәре менән һөнәри әҙерлек йәки ҡайтанан әҙерлек үтергә һәм квалификацияһын күтәрергә ебәрелгән граждандарға стипендия түләнә. Ул һуңғы эш урынында уртаса эш хаҡы һаҡланған ваҡыттан һуң, эштән киткәндә бирелгән пособиены ла иҫәпкә алып, киләһе көндән билдәләнә. Ойошманың ябылыуы тураһында ҡарар ҡабул итерҙән алда йәки шәхси эшҡыуарҙың эшмәкәрлеген туҡтатырға йыйынғанында, шулай уҡ ойошмала хеҙмәткәрҙәр штатын йәки эшселәр иҫәбен ҡыҫҡартырға кәрәк булһа, бындай сараларҙы башлар алдынан эш биреүсе йәмғиәт — ике айҙан да һуңламайынса, ә эшкә яллаусы эшҡыуар ике аҙна элек эш менән тәьмин итеү
...
Читать дальше »
Ҡаралған: 1785 тапҡыр | Өҫтәне: Shomas| Датаһы: 14.01.2010 |
Алкоголь баҙарын көйләүсе федераль хеҙмәт берәмләп һатыуҙа араҡы хаҡының минималь күләмен билдәләне. Беренсе ғинуарҙан Рәсәй Федерацияһында етештерелгән һәм уның биләмәһенә индерелгән араҡының хаҡы 0,5 литрына 89 һумдан кәм булмаҫҡа тейеш. Башҡа төрлө һыйышлыҡтағы һауыттарға ҡойолған араҡы хаҡы минималь хаҡҡа пропорциональ рәүештә иҫәпләп сығарыла. — Башҡортостандың алкоголь баҙарына был сараның йоғонтоһо булмай, — тине Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм алкоголь продукцияһы әйләнешен һәм сифатын контролләү идаралығы начальнигы Айбулат Хәйбуллин. — Республика селтәрендә хаҡы минималь күләмдән түбән булған араҡы юҡ. Кәштәләргә контрафакт продукция эләкмәһен өсөн республика етәкселеге алкоголь баҙарын ныҡлы күҙәтеү аҫтында тота. Бигерәк тә Башҡортостанда сифатлы алкоголь продукцияһын етештереүсе етди "Башспирт” предприятиеһы булғанда. Шул уҡ мәлдә Рәсәй өсөн был сараның бик кәрәкле булыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алды ве
...
Читать дальше »
Ҡаралған: 1799 тапҡыр | Өҫтәне: Shomas| Датаһы: 14.01.2010 |
Мостай Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы 19 ғинуарҙа изгелек һәм яуызлыҡ, дуҫлыҡ һәм хыянат тураһында "Сыйырсыҡ тәсбихе” спектакле премьераһын ҡуясаҡ. Был балалар тамашаһы нигеҙенә яҙ көнө сыйырсыҡтарҙың тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуы, ә уларҙың ояларын турғайҙар биләп алыуы тураһында тарих һалынған. Ошонан төрлө шаһиттарҙы саҡырып бәхәс башлана. Пьесаның авторы — билдәле драматург Сәрүәр Сурина. Спектакль көндөҙ көнөнә ике тапҡыр күрһәтеләсәк. Шуны ла әйтеп үтәйек, яңы йылда Милли йәштәр театры үҙ тамашасыларына тағы ике яңы спектакль тәҡдим итәсәк. Уларҙың береһен режиссер Мөсәлим Ҡолбаев етәкселегендә рус труппаһы әҙерләй — Йәштәр театры тамашасыһы тиҙҙән «Женитьба Фигаро» с
...
Читать дальше »
Ҡаралған: 1908 тапҡыр | Өҫтәне: Shomas| Датаһы: 14.01.2010 |
Яңы йылда Өфөбөҙ єкиєт донъяһына бєрєбєр төҫ алды. Байрам шыршылары баш ҡаланың һєр районы майҙансыҡтарында ҡунаҡланы. Улар араһында Спорт һарайы янында һєм Ленин исемендєге майҙансыҡта ҡуйылғандары - иң бейек һєм ҡупшылары. Баш ҡала хакимиєте эргєһен биҙєгєн төп шыршы Нуриман районынан килтерелде. Һєр кемдең, айырыуса балаларҙың, байрамын мөғжизєлерєк итеү ниєтендє Яңы йыл алдынан уҡ Өфө ҡалаһы майҙансыҡтарында ғєйєт ҙур төҙөлөш йєйелдерелде һєм бер нисє көн эсендє һоҡланғыс боҙ ҡаласыҡтар барлыҡҡа килде. Был эштєр "Буран ыжғыртыусы-2010” тип аталған Яңы йыл фестивале сиктєрендє ойошторолдо. Сара єле дауам итє, уға Раштыуа байрамдарынан һєм ҡышҡы каникулдан һуң йомғаҡ яһаласаҡ. Фестиваль сиктєрендє баш ҡала райондары хакимиєттєре "Яңы йыл хыялы” (асыҡ майҙансыҡтарҙа театрлаштырылған байрам программалары конкурсы), "Боҙ ҡала” (иң яҡшы биҙєлгєн боҙ ҡаласыҡтары бєйгеһе), "Єкиєт боҙо” (ҡарҙан һєм боҙҙан яһалған скульптурал
...
Читать дальше »
Ҡаралған: 1127 тапҡыр | Өҫтәне: Shomas| Датаһы: 05.01.2010 |
Башҡортостан Республикаһының Тариф буйынса комиссияһы «Башкиргаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2010 йылда халыҡҡа һатасаҡ тәбиғи газға ваҡлап һатыу хаҡтарын билдәләне. Комиссия мәғлүмәттәре буйынса, зәңгәр яғыулыҡҡа хаҡтар яңы йылда ике тапҡыр үҙгәрәсәк. 2010 йылдың 1 ғинуарынан республика халҡы, газды тотоноуҙы иҫәпкә алыу приборҙары булһа, кубометры өсөн – 2 һум 60 тин, ә 2010 йылдың 1 апреленән 2 һум 99 тин түләйәсәк. Әлегә счетчиктары булмағандар тәбиғи газ өсөн нормативтан сығып түләйәсәк. «Башкиргаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең план-иҡтисад бүлеге экономисы Дамир Хисмәтуллин хәбәр итеүенсә, был осраҡта йылытыуға республика халҡы яңы йылдан биләгән майҙандың бер квадрат метрына иҫәптән айына – 17 һум 10 тин, 1 апрелдән 19 һум 62 тин түләйәсәк. Аш-һыу әҙерләүгә хаҡтар ғинуарҙан айына бер кешегә 47 һум 88 тингә тиклем һәм апрелдән 51 һум 72 тингә тиклем күтәреләсәк. Эҫе һыу менән тәьмин итеү
...
Читать дальше »
Ҡаралған: 1691 тапҡыр | Өҫтәне: Shomas| Датаһы: 05.01.2010 |
| |
|