Кс, 31.07.2025, 09:48
RSS
 
Сайт менюһы
Бүлек категориялары
Азамат Юлдашбаевтың блогы. [1]
Ижтимағи мөнбәр. Марсель Ҡотлоғәлләмовтың блогы. [1]
"Салауат Юлаев" хоккей клубы. [0]
Һорауыбыҙ бар
""Шоңҡар"ға яҙылыу хаҡы нисә һум булырға тейеш?
Бөтәһе: 53 яуап
Календарь
«  Июль 2025  »
Дш Шш Шр Кс Йм Шб Йш
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031
Баш бит» Ижтимағи мөнбәр. Марсель Ҡотлоғәлләмовтың блогы.
 
 
Әҙәм балаһының ҡылыҡ-фиғеленә ниндәйҙер атама бирергә, уның эш-ғәмәлдәрен үлсәүҙәргә һалырға ауырһынған саҡтар йыш була. Әллә рухи яңғыҙлыҡтан, әллә ошо донъяла аҙашып киткән мәлдәрендә, кеше үҙе менән үҙе һөйләшә башлай. Бының сәбәптәренә табиптар, психологтар үҙҙәренсә аңлатма бирәлер, әлбиттә. Ләкин әгәр һин уйҙарыңды, хәсрәт-хәстәрҙәреңде йүгәнләй алмағанһың, аңыңа буйһонмаған хистәрең менән уртаҡлашыусы тапмағанһың һәм әңгәмәсене үҙ-үҙеңдә эҙләү зарурлығына еткәнһең икән, тимәк, һине уратып алған мөхит менән арағыҙҙа бәйләнеш ептәре нәҙегәйә, бер-береңә барыу күпере тарая бара.
Ҡайнап торған халыҡ араһында яңғыҙлығыңды тойоу – айырым шәхес өсөн генә фажиғә түгел. Бының сәбәптәре тәрәнерәк һәм уның тамырҙарын йәмғиәттәге дөйөм хәлдән, власть менән ябай кеше араһындағы мөнәсәбәттәрҙән эҙләргә кәрәктер.
Кемгә нисек тойолалыр, әммә миңә идара итеүсе элита менән халыҡ араһындағы бәйләнеш һаңғырауҙың телһеҙ менән аңлашырға маташыуы булып күренә. Ғәмәлдә чиновниктар бюрократияһы, төрлө кимәлдәге депутаттар – бер телдә һөйләшә, үҙ маҡсаттары, үҙ зауығы, үҙ тормошо менән йәшәй. Ҡул көсө һәм аҡылы менән тамаҡ туйҙырған, пенсия менән көн күргән күпселектең теле лә, теләк-хыялы ла башҡасараҡ. Был халыҡтың тауышы элек тә һис нигә йоғ ... Читать дальше »
 
Ҡаралған: [998] | Комментарийҙар (0)
 
Эҙләү
Архив материалдары
"Шоңҡар" плееры
Реклама


"Шоңҡар" - башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер, ҡабатланмаҫ йәштәр баҫмаһы!
© 2025 "Шоңҡар" журналы.
www.shonkar-02.ucoz.ru сайтында урынлаштырылған бөтә мәғлүмәт һәм
мәҡәләләр авторлыҡ хоҡуғы тураһында халыҡ-ара һәм Рәсәй закондары менән яҡлана
Rambler's Top100