Йм, 13.06.2025, 17:01
RSS
 
Сайт менюһы
Һорауыбыҙ бар
""Шоңҡар"ға яҙылыу хаҡы нисә һум булырға тейеш?
Бөтәһе: 53 яуап
Календарь
«  Ғинуар 2010  »
Дш Шш Шр Кс Йм Шб Йш
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031
Баш бит» 2010 » Ғинуар » 14 » Граждандарҙың хеҙмәткә хоҡуҡтарына асыҡлыҡ индерелде
02:26
Граждандарҙың хеҙмәткә хоҡуҡтарына асыҡлыҡ индерелде

"РФ халҡын эш менән тәьмин итеү тураһындағы” федераль законға эш биреүселәрҙә төрлө хоҡуҡи статуста эшләүсе граждандарҙың хеҙмәт хоҡуғына бәйле төҙәтмәләр индерелде.
Атап әткәндә, 2009 йылдың 27 декабрендәге 367-ФЗ һанлы законында күрһәтелгән төҙәтмәләр менән билдәләнгән тәртиптә эшһеҙ тип табылған һәм мәшғүллек хеҙмәте үҙәктәре менән һөнәри әҙерлек йәки ҡайтанан әҙерлек үтергә һәм квалификацияһын күтәрергә ебәрелгән граждандарға стипендия түләнә. Ул һуңғы эш урынында уртаса эш хаҡы һаҡланған ваҡыттан һуң, эштән киткәндә бирелгән пособиены ла иҫәпкә алып, киләһе көндән билдәләнә.
Ойошманың ябылыуы тураһында ҡарар ҡабул итерҙән алда йәки шәхси эшҡыуарҙың эшмәкәрлеген туҡтатырға йыйынғанында, шулай уҡ ойошмала хеҙмәткәрҙәр штатын йәки эшселәр иҫәбен ҡыҫҡартырға кәрәк булһа, бындай сараларҙы башлар алдынан эш биреүсе йәмғиәт — ике айҙан да һуңламайынса, ә эшкә яллаусы эшҡыуар ике аҙна элек эш менән тәьмин итеү хеҙмәте үҙәктәрен яҙма формала иҫкәртергә бурыслы.
 
Авторы: Юлай Мәғсүмов /"Башинформ" МА/.
Ҡаралған: 1828 | Өҫтәне: Shomas| Тегтар:
Эҙләү
Архив материалдары
"Шоңҡар" плееры
Реклама


"Шоңҡар" - башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер, ҡабатланмаҫ йәштәр баҫмаһы!
© 2025 "Шоңҡар" журналы.
www.shonkar-02.ucoz.ru сайтында урынлаштырылған бөтә мәғлүмәт һәм
мәҡәләләр авторлыҡ хоҡуғы тураһында халыҡ-ара һәм Рәсәй закондары менән яҡлана
Rambler's Top100