Кс, 21.11.2024, 20:58
RSS
Сайт менюһы
Һорауыбыҙ бар
""Шоңҡар"ға яҙылыу хаҡы нисә һум булырға тейеш?
Бөтәһе: 53 яуап
Календарь
«  Ғинуар 2010  »
ДшШшШрКсЙмШбЙш
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031
Баш бит » 2010 » Ғинуар » 14

"РФ халҡын эш менән тәьмин итеү тураһындағы” федераль законға эш биреүселәрҙә төрлө хоҡуҡи статуста эшләүсе граждандарҙың хеҙмәт хоҡуғына бәйле төҙәтмәләр индерелде.
Атап әткәндә, 2009 йылдың 27 декабрендәге 367-ФЗ һанлы законында күрһәтелгән төҙәтмәләр менән билдәләнгән тәртиптә эшһеҙ тип табылған һәм мәшғүллек хеҙмәте үҙәктәре менән һөнәри әҙерлек йәки ҡайтанан әҙерлек үтергә һәм квалификацияһын күтәрергә ебәрелгән граждандарға стипендия түләнә. Ул һуңғы эш урынында уртаса эш хаҡы һаҡланған ваҡыттан һуң, эштән киткәндә бирелгән пособиены ла иҫәпкә алып, киләһе көндән билдәләнә.
Ойошманың ябылыуы тураһында ҡарар ҡабул итерҙән алда йәки шәхси эшҡыуарҙың эшмәкәрлеген туҡтатырға йыйынғанында, шулай уҡ ойошмала хеҙмәткәрҙәр штатын йәки эшселәр иҫәбен ҡыҫҡартырға кәрәк булһа, бындай сараларҙы башлар алдынан эш биреүсе йәмғиәт — ике айҙан да һуңламайынса, ә эшкә яллаусы эшҡыуар ике аҙна элек эш менән тәьмин итеү ... Читать дальше »
Ҡаралған: 1792 тапҡыр | Өҫтәне: Shomas| Датаһы: 14.01.2010


Алкоголь баҙарын көйләүсе федераль хеҙмәт берәмләп һатыуҙа араҡы хаҡының минималь күләмен билдәләне. Беренсе ғинуарҙан Рәсәй Федерацияһында етештерелгән һәм уның биләмәһенә индерелгән араҡының хаҡы 0,5 литрына 89 һумдан кәм булмаҫҡа тейеш. Башҡа төрлө һыйышлыҡтағы һауыттарға ҡойолған араҡы хаҡы минималь хаҡҡа пропорциональ рәүештә иҫәпләп сығарыла.
— Башҡортостандың алкоголь баҙарына был сараның йоғонтоһо булмай, — тине Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм алкоголь продукцияһы әйләнешен һәм сифатын контролләү идаралығы начальнигы Айбулат Хәйбуллин. — Республика селтәрендә хаҡы минималь күләмдән түбән булған араҡы юҡ. Кәштәләргә контрафакт продукция эләкмәһен өсөн республика етәкселеге алкоголь баҙарын ныҡлы күҙәтеү аҫтында тота. Бигерәк тә Башҡортостанда сифатлы алкоголь продукцияһын етештереүсе етди "Башспирт” предприятиеһы булғанда.
Шул уҡ мәлдә Рәсәй өсөн был сараның бик кәрәкле булыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алды ве ... Читать дальше »
Ҡаралған: 1809 тапҡыр | Өҫтәне: Shomas| Датаһы: 14.01.2010


Мостай Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы 19 ғинуарҙа изгелек һәм яуызлыҡ, дуҫлыҡ һәм хыянат тураһында "Сыйырсыҡ тәсбихе” спектакле премьераһын ҡуясаҡ. Был балалар тамашаһы нигеҙенә яҙ көнө сыйырсыҡтарҙың тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуы, ә уларҙың ояларын турғайҙар биләп алыуы тураһында тарих һалынған. Ошонан төрлө шаһиттарҙы саҡырып бәхәс башлана. Пьесаның авторы — билдәле драматург Сәрүәр Сурина.
Спектакль көндөҙ көнөнә ике тапҡыр күрһәтеләсәк.
Шуны ла әйтеп үтәйек, яңы йылда Милли йәштәр театры үҙ тамашасыларына тағы ике яңы спектакль тәҡдим итәсәк. Уларҙың береһен режиссер Мөсәлим Ҡолбаев етәкселегендә рус труппаһы әҙерләй — Йәштәр театры тамашасыһы тиҙҙән «Женитьба Фигаро» с ... Читать дальше »
Ҡаралған: 1917 тапҡыр | Өҫтәне: Shomas| Датаһы: 14.01.2010

Эҙләү
Архив материалдары
"Шоңҡар" плееры
Реклама


"Шоңҡар" - башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер, ҡабатланмаҫ йәштәр баҫмаһы!
© 2024 "Шоңҡар" журналы.
www.shonkar-02.ucoz.ru сайтында урынлаштырылған бөтә мәғлүмәт һәм
мәҡәләләр авторлыҡ хоҡуғы тураһында халыҡ-ара һәм Рәсәй закондары менән яҡлана
Rambler's Top100