Йм, 13.06.2025, 17:12
RSS
 
Сайт менюһы
Һорауыбыҙ бар
""Шоңҡар"ға яҙылыу хаҡы нисә һум булырға тейеш?
Бөтәһе: 53 яуап
Календарь
«  Ғинуар 2010  »
Дш Шш Шр Кс Йм Шб Йш
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031
Баш бит» 2010 » Ғинуар » 14 » Йәштәр театры репертуарында – тағы бер балалар спектакле
02:10
Йәштәр театры репертуарында – тағы бер балалар спектакле

Мостай Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы 19 ғинуарҙа изгелек һәм яуызлыҡ, дуҫлыҡ һәм хыянат тураһында "Сыйырсыҡ тәсбихе” спектакле премьераһын ҡуясаҡ. Был балалар тамашаһы нигеҙенә яҙ көнө сыйырсыҡтарҙың тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуы, ә уларҙың ояларын турғайҙар биләп алыуы тураһында тарих һалынған. Ошонан төрлө шаһиттарҙы саҡырып бәхәс башлана. Пьесаның авторы — билдәле драматург Сәрүәр Сурина.
Спектакль көндөҙ көнөнә ике тапҡыр күрһәтеләсәк.
Шуны ла әйтеп үтәйек, яңы йылда Милли йәштәр театры үҙ тамашасыларына тағы ике яңы спектакль тәҡдим итәсәк. Уларҙың береһен режиссер Мөсәлим Ҡолбаев етәкселегендә рус труппаһы әҙерләй — Йәштәр театры тамашасыһы тиҙҙән «Женитьба Фигаро» спектаклен күрәсәк.
Быйыл яҙ Милли йәштәр театрында Шекспирҙың «Ромео һәм Джульетта» трагедияһы премьераһы ла көтөлә. Башҡорт труппаһы менән был билдәле мөхәббәт тарихын ҡуйыуға режиссер Илнур Муллабаев тотондо.
 
Авторы: Әлфиә Әһлиуллина /"Башинформ"МА/
Ҡаралған: 1960 | Өҫтәне: Shomas| Тегтар:
Эҙләү
Архив материалдары
"Шоңҡар" плееры
Реклама


"Шоңҡар" - башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер, ҡабатланмаҫ йәштәр баҫмаһы!
© 2025 "Шоңҡар" журналы.
www.shonkar-02.ucoz.ru сайтында урынлаштырылған бөтә мәғлүмәт һәм
мәҡәләләр авторлыҡ хоҡуғы тураһында халыҡ-ара һәм Рәсәй закондары менән яҡлана
Rambler's Top100