Шб, 14.06.2025, 10:34
RSS
Сайт менюһы
Бүлек категориялары
"Самауырҙы йыҡҡансы"
"Тарихнамә"
"Сәсмәүер"
"Илһам"
"Ғибрәт"
"Әсәйҙәр мәктәбе"
"Ҡорос арғымаҡ"
"Сәйәсәт"
"Кәсеп"
"Иман нуры"
Һорауыбыҙ бар
""Шоңҡар"ға яҙылыу хаҡы нисә һум булырға тейеш?
Бөтәһе: 53 яуап
Баш бит » Мәҡәләләр » "Самауырҙы йыҡҡансы"

Беҙ яңылыҡҡа ынтылабыҙ.
Беҙ яңылыҡҡа ынтылабыҙ
 
Һәр кемде был донъяға ниндәйҙер изге ниәт менән тыуҙыралыр Аллаһы Тәғәлә. Әгәр һин үҙ юлыңды тапҡанда яңылышмаһаң, күңелеңә ятҡан һөнәрҙе һайлай алһаң, эшеңде яратып башҡарһаң, был һинең бәхетеңдең бер өлөшө. Ошо һүҙҙәрҙе БР-ҙың төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры урынбаҫары, БР-ҙың баш архитекторы Урал Ғәзиз улы Ураҡсинға ҡарата әйтеп була. Был өлкәлә бына инде 30 йылдан ашыу ал-ял белмәй, ауырлыҡтарға бирешмәй, һөнәренә тоғро ҡалып, бөтә күңелен һалып хеҙмәт итә ул. Һөнәренә һөйөү, кем белә, бәлки, уға биш кенә йәш булған саҡта үҙҙәренең өйөн һалған мәлдә үк яралғандыр. Һуғышта аяғын ҡалдырып ҡайтҡан Фәтих оҫта янынан китмәй бәләкәй Урал. Таң менән тора, көнө буйына мауыҡтырғыс уйындар ҙа, дуҫтары ла онотола, иҫенә инеп тә сыҡмайҙар. Оҫтаның һәр хәрәкәтенән күҙен алмай ул. Ҡаҙағын, сүкешен, бүтән кәрәк-яраҡ һорағанын көтөп кенә йөрөй, йүгертеп алып килеп тә тоттора. Арыһа ла өйгә инмәй, шунда ғына ятып йоҡлап ала. "Һәр бүрәнәне нисек һалғаны, ҡаҙау ҡаҡҡаны, бысҡаны, юнғаны бөгөнгөләй күҙ алдымда”, – тип иҫенә төшөрә Урал Ғәзиз улы әле лә. Бөгөн беҙ уға төҙөлөшкә, ҡалабыҙҙың киләсәгенә һәм башҡа мәсьәләләргә ҡағылған һорауҙарыбыҙҙы бирмәксебеҙ.
 
Шоңҡарҙар. Урал Ғәзизович, һеҙҙең министрлыҡтың исеме үк ниндәй ҙур, күп тармаҡлы һәм күләмле эш алып барыуығыҙ тураһында һөйләй. Бөгөнгө иҡтисади көрсөк эшегеҙҙә үҙен һиҙҙермәйме?
 – Ысынлап та, беҙ иң ҙур министрлыҡтарҙың береһе. Башҡарған эшебеҙ – республикабыҙҙың йөҙө: халыҡ фатир менән ниндәй кимәлдә тәьмин ителә, юлдар төҙөләме, транспорт мәсьәләһе нисек хәл ителгән... Һәм беҙ иңебеҙгә һалынған бына ошо ҙур мәсьәләне урын-еренә еткереп атҡарып сығырға тейешбеҙ. Үҙегеҙ беләһегеҙ, һуңғы бер нисә йыл эсендә генә оло тантаналар үтте, улар алдынан халыҡ өсөн ниндәй ҙур эштәр башҡарылды: Халыҡтар дуҫлығы йорто, "Өфө-арена” боҙ һарайы, "Аҡбуҙат” ипподромы, тимер юл вокзалы, аэропорттағы ремонт, юлдар һалыу, торлаҡ йорттар төҙөү... Әлбиттә, дәртләнеп эшләп кенә йөрөгәндә көрсөк үҙен һиҙҙермәй ҡалманы. Шулай булһа ла, илап ултырып, йә кемдәндер нимәлер өмөт итеп ятып булмай, үҙебеҙҙең алға ҡуйылған маҡсаттарҙы үтәү менән мәшғүлбеҙ. Бер уйлаһаң, ул бөтөн донъяла шулай, тап ошо көрсөк ваҡытында юлдар һалыу, йорттар күтәреү үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Хөкүмәтебеҙ Премьер-министры Р. Сарбаев та: "Һандарҙы кәметергә тейеш түгелбеҙ!” – тигән талап ҡуйҙы. Ысынлап та, беҙ бер нәмәгә ҡарамай төҙөргә тейешбеҙ! Сөнки бөгөнгө көндә күпме йәш кеше торлаҡһыҙ интегә, хатта урам буйында ҡалған тип әйтергә лә мөмкин. Бигерәк тә бюджет өлкәһендә эшләүселәр. Әле дәүләтебеҙ тарафынан ҡабул ителгән "Үҙ йортом” программаһын халыҡ ихлас ҡабул итте. Алла бирһә, аҙ ҡатлы йорттар бер юлы бер нисә ауылда ҡалҡып сығасаҡ. Күпме кеше йортло буласаҡ! Төҙөйөм тиһәң, ер бар беҙҙә. Әммә, ни сәбәп менәндер, урындағы власть был эште оҙаҡҡараҡ һуҙып ташланы. Сит илдең миҫалында ҡараһаң, халыҡ үҙенең йортонда, ҡаланан ситтә йәшәргә тырыша. Ә ҡаланың уртаһында – эш үҙәге. Беҙҙә иһә халыҡ әле һаман уртаға ынтыла. Әммә, шулай ҙа, тарих менән иҫбатланған күренеш ул, тағы бер 15 йылдан һуң, күрерһегеҙ, ҡаланан кеше ситкә ҡаса башлаясаҡ. Шулай уҡ юлдар төҙөү, ремонтлау, социаль объекттар – мәктәптәр, дауахана, поликлиникалар һалыуҙан тыш, инвестицияларҙы ла йәлеп итергә кәрәк, трансформатор, керамика, гипсокартон заводтарын төҙөүҙе лә ситтә ҡалдырырға тейеш түгелбеҙ. Шул рәүешле халыҡты эш менән тәьмин итәсәкбеҙ.
Шоңҡарҙар. Беҙ элек-электән архитектураны сәнғәттең бер төрө тип ҡабул итергә өйрәнгәнбеҙ. Әммә һуңғы ваҡытта, төҙөлөштөң киң ҡолас менән үҫешеүен иҫәпкә алғанда, ул эшҡыуарлыҡҡа әүерелеп барған кеүек...
– Бөтөн эштең дә үҙ бизнесы бар ул. Матурыраҡ эшләйем тиһәң, аҡсаны ла күберәк һалырға тура килә. Ҡайһы ваҡыт архитектураны кем инвестициялай, шул килеп ҡыҫыла һәм архитекторҙың ниәте килеп сыҡмай. Әммә беҙ үҙебеҙҙең уйҙарҙы тормошҡа ашырырға тырышабыҙ. Күптәр "Башҡортостандың үҙенең генә йөҙө юҡ” тип күңелде китәреп ҡуя. Бында хәлдәр былайыраҡ: Башҡортостан Азия менән Европаның сигендә урынлашҡан. Һәм элек Өфө өйәҙ үҙәге булып торған. Шуға күрә беҙҙә элекке менән хәҙергене берләштереп эшләү алға киткән. Ә Түбәнге Новгород, Һамар губерналарҙың үҙәге булып төҙөлгән. Унда барһаң, шунда уҡ боронғо архитектура күҙгә бәрелә. Ҡатмарлы биҙәктәр менән семәрләп эшләнгән был йорттарға ҡарап, яҡын тирәлә ташсылар әҙерләүҙәрен аңлауы ла ҡыйын түгел. Бәлки, архитекторға ла уҡытҡандарҙыр. Ә хәҙерге ваҡытта беҙҙең һөнәри техник училищелар юҡ кимәлдә. Бөгөнгө төҙөүселәр кемдәр? Кисә мәктәптә балаларға белем биргән уҡытыусылар йә табиптар, тажик кеүек ҡара халыҡ. Әҙерәк кенә төҙөлөш серҙәренә төшөнөп алалар ҙа, төҙөүсе булалар ҙа китәләр... Хәҙер материалдар шул тиклем күп төрлө, етешһеҙлеге була ҡалһа ла көйөргә түгел, йәһәт кенә көпләне лә китте, бер кем дә күрмәй ҡала. Бер уйлаһаң, Түбәнге Новгородта ла, Һамар йә башҡа төбәктә лә, беҙҙә лә материал шул уҡ, архитектуралары буйынса ғына айырылалар. Әйтәйек, беҙҙәге Конгресс-холл, башҡорт легендаһындағы Һомай ҡошто күҙ уңында тотоп эшләнгән. "Аҡбуҙат” ипподромын өҫтән ҡараһаң, Аҡбуҙҙаттыҡы һымаҡ ҡанаттары бар кеүек. Ундай биналар башҡа яҡтарҙа юҡ. Күп ерҙәрҙә элеккесә иҫке архитектура өҫтөнлөк алған, ә беҙ яңылыҡҡа ынтылабыҙ.
Шоңҡарҙар. Хәҙер ҙур тиҙлек менән ҡала эсендәге иҫке бер ҡатлы, ике ҡатлы өйҙәр алына, улар урынына бейек, мөһабәт йорттар ҡалҡып сыға. Был, әлбиттә, күңелле күренеш, әммә элеккеләре үҙенә күрә бер ҡомартҡы булып тора. Мәскәүҙәге Иҫке Арбат кеүек, бында ла тотош бер урамды ҡалдырып булмаймы?
– Ундай хыял бар беҙҙең. Элекке ҡомартҡыларҙы ҡалдырыу буйынса хөкүмәт закондар ҙа сығарған. Әммә улар, миңә ҡалһа, шәп эшләй тип ҡыуанырлыҡ түгел. Әйтәйек, ошо йорттарҙы үҙ һағы аҫтына алған органдар бар, әммә мылтыҡ тотоп ҡарауыллап ҡына әллә ни эш сығарып булмай бит. Бер нәмә лә мәңгелек түгел. Тиҙҙән ул өйгә реставрация талап ителәсәк, ә уға бер кем дә аҡса бүлергә ашыҡмай. Шуға күрә, ошо эштәр менән шөғөлләнгән, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл иткән айырым программалар кәрәк. Мәҫәлән, Мәскәүҙә шулай: әгәр ҡомартҡы йорт емерелеп бара икән, был йортто хужаһынан тартып алып, уны төҙөк хәлдә тота алырлыҡ икенсе берәүгә бирергә мөмкиндәр. Беҙҙә әлегә был мәсьәлә йомшаҡ ҡуйылған: теймә, ярамай, рөхсәт юҡ... Ә шул ваҡытта йорт сафтан сығып та ҡуя. Кем ғәйепле? Юҡ ундай кеше! Миңә шундай урам һайларға ҡушһалар, иң шәп урам тип ҡайһыһында туҡталыр инем, беләһегеҙме? Октябрь революцияһы урамында. Юрамал ғына "Ҡунаҡһарай”ҙан аҫҡа, Дуҫлыҡ монументына тиклем йәйәүләп төшөгөҙ әле? Башҡорт Арбаты булырлыҡ шунан да яҡшыраҡ урам бар микән?! Иң һәйбәте: унда йәшәгән кешеләргә яңы фатир биреп, йорттарҙы эшҡыуарҙарға бирергә.Улар үҙ сиратында магазиндар, күңел асыу урындары, банкылар, офистар асыр ине. Урам төндә лә эшләргә тейеш. Шуға күрә, көнө-төнө музыка уйнап торғас, кешеләр йәшәргә тейеш түгел был тирәлә. Бер ҡатлы был өйҙәр артынан ҡунаҡхана, офистар өсөн 5 ҡатлыларын күтәрергә мөмкин. Бөгөнгө көндә ошондай урам яһарға М. Кәрим, элекке Социалистик исемендәге урам, күҙ уңында тотола, әммә бик уңышлымы икән? Унда, бейек йорттарҙа, кешеләр йәшәй, шулай булғас, 9-ҙан һуң музыка уйнатырға ла ярамай...
Шоңҡарҙар. Хәҙер, ысынлап та, төҙөлөш материалдарының күплегенә иҫең китер! Йәнең теләгәнен һайлап ал. Ә бына сифаты яғынан нисек икән улар?
– Йорт төҙөгән саҡта һәр төҙөлөш материалын уйлап һайларға кәрәк. Әйтәйек, беҙҙең климатҡа тура киләме-юҡмы? Пенопласт киң ҡулланыла хәҙер. Дөрөҫ, уның менән йылытылған өй йылы була, әммә, аҙаҡ стена эсенән сысҡан-маҙар йөрөмәҫме? Ундай урындарҙы бик ярата бит ул. Шуға күрә, бер кимереүсе лә үтеп инә алмаҫлыҡ итеп һылап-һыйпап эшләү мотлаҡ! Тағы, материалдың ҡайҙан алыныуына әһәмиәт бирергә кәрәк. Сөнки, төҙөгән йорттоң берәй ере емерелә ҡалһа, ремонт талап ителәсәк. Быны башҡарырлыҡ хеҙмәттәр бармы беҙҙә, бына шуны белешеү мөһим. Осһоҙға төштө тип ҡыуанған йорттоң, киреһенсә, үтә ҡиммәткә төшөүе мөмкин. Күп ваҡыт шул күҙгә ташлана: йортто төҙөүен төҙөйбөҙ, ә бына урамына, эргә-тирәһенә һис әһәмиәт бирмәйбеҙ. Был да бит мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Юҡһа, сит илдә ҡойма төҙөгән материал менән беҙҙә өйҙәрҙең башын ябып ҡуялар. Йә өйҙө шул материал менән көпләйҙәр. Һәр нәмәнең үҙенең тәғәйен урыны була, шуны онотмаһындар ине. Нимә генә тимә, халыҡ күрәлер: матур йорттар бар, Алла бирһә, тағы ла яҡшыраҡтары барлыҡҡа килер. Элегерәк коттедждар күберәген ҡалын кеҫәлеләргә төҙөлә ине, әле иһә бюджетта эшләгән урта хәллеләр өсөн, мәҫәлән, ике бүлмәлеләр 52 квадрат метр, бер бүлмәлеләр 40 квадрат метр булған йорттар төҙөү менән мәшғүлбеҙ.
Шоңҡарҙар. Һеҙгә айырыуса ниндәй илдең архитектураһы оҡшай?
– Барселона үҙенсәлекле, ундағы соборҙар бер ерҙә лә юҡ бүтән. Бразилияның баш ҡалаһы иң юғары кимәлдә эшләнгән. Ҡараһаң, бөтөн нәмә урын-еренә еткереп уйланылған, иҫ киткес! Америкалағы небоскребтар үҙе ни тора! Әммә, элегерәк ундағы күккә олғашҡан зданиеларға ҡарап һоҡлана инем, хәҙер ҡарашым үҙгәрҙе: әҙәм ерҙә тыуғас, ерҙә йәшәргә тейеш. Һәм бөгөнгө заман кешеһен небоскребтар менән аптыратып булмай. Мюнхендә бөтә ҡағиҙәләрҙе боҙоп, күккә олғашҡан йорт күтәргәйнеләр, әле һаман буш тора. Мюнхендә бер сиркәү бар, йорттар шунан да бейек булырға тейеш түгел икән. Һәм, ысынлап та, ҡарайһың, бөтә зданиелар ҙа 9 ҡатлы йорт бейеклегендә. Урындағы властың ҡала төҙөлөшө яңы кодексындағы бер пунктына иғтибар итеүе урынлы булыр ине: һәр ҡала органы ерҙе ҡулланыу һәм унда төҙөү буйынса, боҙған хәлдә язаһын алырлыҡ, үҙ ҡағиҙәләрен булдырырға тейеш. Ә беҙҙә нисек? Коммерсант, инвесторҙар ер ала ла шунда уҡ шап-шоп төҙөй ҙә башлай. Аҙаҡ бер нәмә лә булмаясағын белгәс, ҡағиҙәләреңә иҫе лә китеп тормай уның. Германияла, мәҫәлән, райондың үҫеше тураһында генераль план ҡабул итәләр, схемаһы төҙөлә. Әгәр, мәҫәлән, план буйынса йорт булырға тейеш урынға икенсе бер нәмә төҙөлһә, шул уҡ көндә ҡала башлығы эшенән бушатыла. Унда һәр нәмә ентекләп уйланыла, хатта, тарихи зона булһа, ҡорғандарының ниндәй материалдан һәм ниндәй төҫтә булырын да алдан билдәләп ҡуялар. Өфөнөң иң матур, иң уңайлы ерҙәренең береһе, миңә ҡалһа, Черниковкалағы "Восьмиэтажка” тирәһе. Иң тәүҙә кеше тураһында ҡайғыртҡан ағалы-ҡустылы Веснендар.
Шоңҡарҙар. Архитектурала "мода артынан ҡыуыу” тигән нәмә бармы?
– Бар. Ҡайһы бер архитекторҙар үҙҙәрен хатта идеал кеүегерәк күреп йөрөй. Мода тип бер мәсьәләне икенсеһе иҫәбенә хәл иткән осраҡтар ҙа бар. Матурыраҡ булһын тип, йә планировкаһына ҡарап, кәрәгенән арттырып ебәргән осраҡтар ҙа була. Һауала осаһығыҙ, әҙерәк ергә төшөгөҙ, тип әйтеп ҡуялар, һәм, ысынлап та, был һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ бар. Сөнки үҙ ваҡытында, 1991 йылдарға тиклем, Хрущев һуғыштан һуңғы емереклектән, аслыҡтан, ауыр тормоштан сығарырға уйлап, ыҡсым, бер-береһенән айырып та булмаҫлыҡ бер типтағы йорттар төҙөттө. Ул заманда уй-хыялдарыбыҙ ҙурҙан ине: коммунизм етәсәгенә ысын күңелдән ышанып йәшәнек. Коммунизмда, йәнәһе, бөтә кеше фатирлы була. Һуңынан, "Хрущевка”лар төҙөүҙән туҡтағас, иреккә ысҡынған ҡоштай һиҙҙек үҙебеҙҙе: бая әйткәнегеҙсә, ысынлап та архитектура үҙе бер ҙур сәнғәт, фантазияң ғына етһен, төрләндереп төҙө лә төҙө. Һөҙөмтәлә иркен, киң хоромдар ҡалҡып сыҡты. Хәҙер был иректе нисек кенә ҡулланырға белмәйбеҙ. Баш шаңҡып китә хатта.
Шоңҡарҙар. Төҙөлөш киң ҡолас алғас, архитекторҙар ҙа күп талап ителәлер? Улар етешәме бөгөнгө көндә?
– Башҡортостан архитекторҙарының 70 процентын үҙебеҙҙекеләр тәшкил итә. Бер генә сағыштырыу килтерәм. Германияла Штудгардта булдым, Мюнхендә, Белингта, Берлинда һәм бына Бавария ерендә. Бавария – 12 млн. кеше йәшәгән беҙҙең кеүек үк республика. Шул 12 млн-ға нисә мең архитектор тура килә, беләһегеҙме? Архитекторҙар союзының 40 мең ағзаһы бар. Беҙҙә 4 млн. кешегә 150 генә архитектор тура килә. Белгестәребеҙҙең һаны кәмендә ун меңләп булырға тейеш, ә беҙ йыл һайын 40-тан ашыу архитектор сығарабыҙ. Бөгөнгө көндә бигерәк тә ҡала төҙөү архитекторҙары, арт-дизайнерҙар, ландшафт архитекторҙары етешмәй.
Шоңҡарҙар. Йүнәлеш буйынса ҡайҙалыр ебәреп, уҡытып алыу мөмкинлеге юҡмы?
– Кәрәк, әлбиттә, әммә күп ваҡытта һин тигәнсә генә килеп сыҡмай бит әле. Йыш ҡына мәсьәлә аҡсаға барып терәлә. Архитектор булам тигән кеше иң тәүҙә бик шәп һүрәт төшөрөргә, математика, геометрияны яҡшы белергә тейеш. Үҙебеҙҙә Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡырға мөмкин. Ырымбур, Силәбе, Мәскәү, Екатеринбургта белем алырға була. Сит илдәрҙә һәр ауылдың үҙ архитекторы бар, ә беҙ тотош районға берәүҙе таба алмайбыҙ ҡайһы берҙә. Бөгөнгө көндә баш архитектор вазифаһын махсус белеме булмаған 15-ләгән кеше тарта. Район ерҙәрендә был тәңгәлдә ҡыҙыҡ: уйламайынса ғына урмансыны, йә рәсем уҡытыусыһын шундай юғары урынға тәғәйенләп ҡуялар. Һәм бар шундай мәлдәр: архитектор һөнәрле кешене дөрөҫ файҙаланмайҙар. Әйтәйек, йәй көндәре аҙыҡ әҙерләү йә һыйырҙарҙың һөтөн күбәйтеү өсөн яуаплы итеп ебәрәләр. Шуға күрә район башлыҡтарына: "Ҡыш көнө һеҙ зоотехниктарығыҙҙы баш архитектор итеп ҡуйығыҙ”, – тип көлгәнем дә бар инде. Достоевскийҙың "Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр” тигән һүҙҙәре бар. Бөйөк һүҙҙәр! Әммә, урындағы хакимиәт үҙе аңламаһа, күпме тыҡыһаң да ниҙер үҙгәртеп булмай. Әгәр һайғау, гарбель менән ҡойма ҡойоп ҡуйһаң, ниндәй матурлыҡ тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин? Йәнә шуныһы: уҡытыусы, табиптарҙы район ерендә торлаҡ менән тәьмин итә башлаған кеүек, баш архитекторҙарҙы ла был ярҙамдан мәхрүм итмәһендәр ине. Йәшәр урыны булмаһа, районға эшкә бармаясаҡ йәш кеше. Ә баш архитектор булып эшләргә теләгән егеттәр бар!
Шоңҡарҙар. Һеҙ үҙегеҙ нисек архитектор булып киттегеҙ?
– Бәләкәй саҡтан һүрәт төшөрҙөм мин. Атайым үлеп киткәндән һуң Өфөләге хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге интернат-гимназияға уҡырға биргәйнеләр, ә унда рәсем түңәрәге эшләй, шунда уҡ яҙылдым. 8-се кластан һуң Революцион урамындағы пионерҙар йортондағы түңәрәккә йөрөй башланым. Рәсем төшөрөү ныҡ оҡшағанғалыр инде, аҙнаһына өс тапҡыр барып ҡайтырға һис йыбанманым. Кеҫәңдә аҡсаң булмаһа, "ҡуян”ға әйләнгән, йыш ҡына кондукторҙар эләктергән саҡтар ҙа булды инде... Ул ваҡытта шул интернаттан Мәскәү архитектура институтын унлаған архитектор тамамланы: Имашев Хәлил ағай, Юлаев Шамил, Хәлиуллин Рәфис, Сәйетгәрәев Миҙхәт ағай, Дәүләтшин Вәкил, Баһауетдинов Зәкир һәм башҡалар. Беҙҙең арттан берәү ҙә йөрөмәне, үҙебеҙ сығып киттек, имтихандарҙы тапшырҙыҡ, уҡып сыҡтыҡ. Институтты тамамлап ҡайтҡас, мине Сибай ҡалаһына ебәрҙеләр. 22 йәштә баш архитектор булып киттем шулай.
Шоңҡарҙар. Эш башлағанда һеҙҙең өсөн иң ауыры нимә булды?
– Шуныһы: беҙҙе институтта берәү ҙә административ эшкә өйрәтмәне. Ысын әйтәм, ҡай саҡ ултырып илай торғайным. Оло, олпат ағайҙар, бар эштәрен бер епкә теҙеп алғандар, берәй тәҡдим менән мөрәжәғәт итһәң, һин нимә беләһең әле, тигән кеүек ҡарайҙар... Ә һин ниндәйҙер матурлыҡ тыуҙырырға ниәтләйһең. Шул мәлдә: "Нимәгә уҡыным һуң мин?”– тип өҙгөләнәһең, үҙеңде ярға сығарып ырғытылған балыҡ кеүек хис итәһең. Был тәңгәлдә ҡыҙыҡ мәлдәр ҙә күп булды инде. Горком саҡыртып ала. Эскиздарҙы күрһәтәм. Ә улар шунда уҡ: "Юҡ, улай ярамай, былай ҙа ярамай, бүтән архитекторҙар менән кәңәшләш”, – тип бороп сығара. Ә һинең үҙең уйлағанды эшләгең килә. Киләм, егеттәр менән һөйләшәм, планымды аңлатам һәм уны һаҡлап алып ҡалырға ярҙам итеүҙәрен һорайым. Барыһын да тыңлағандан һуң, хуплайҙар мине былар, киләләр горкомға. "Күрәһеңме, Урал, – тиҙәр горкомдағылар. – Бына улар яҡшы эш тәҡдим итә...” Минең яңыраҡ ҡына ошо уҡ эскиздарҙы күрһәткәнде аңламайҙар. Үҙемдең хаҡлыҡты ошондай юлдар менән иҫбат итергә лә тура килә торғайны. Совет власын ҡайһы берҙә хурлаһаҡ та, ҡала төҙөлөшөнә ул ваҡытта иғтибар нығыраҡ булды. Бер туҡтауһыҙ генераль пландар өҫтөндә эш алып барыла ине. Уны боҙҙоңмо, суд, прокуратура килеп ҡыҫыла торғайны. Аҡса ла етерлек һәм ваҡытында бүленде. Хәҙер урындағы хакимиәткә ауҙаралар, ә уларының аҡсаһы юҡ. Баш архитектор сифат өсөн дә яуап бирҙе. Шуның өсөн төҙөүселәр менән талашып та, һуғышып та бөтөлә торғайны. Закондар ул мәлдә ҡатыраҡ булған шул. Ә хәҙер ундай нәмә бөттө, бер тирәлә өйөрөлә лә сөйөрөләбеҙ.
Шоңҡарҙар. Иң ғорурланған проектығыҙ?
– Иң тәү эш башлаған ҡалам – Сибай. Ысынлап күп көс һалынды унда. Горняков урамындағы скверҙы төҙөүебеҙ бөгөнгөләй күҙ алдымда. Хәҙер унда урман шаулап үҫһә лә, үҙ мәлендә, ултыртылған һәр төп ағасты милиция ҡуйып, күҙ ҡараһылай һаҡларға тура килгәйне. Баҙарҙа шыршы ике тәңкә генә торҙо, ҡайһы берәүҙәр шул парктан ҡырҡып алып китергә лә оялманы шул... "Ваҡытында урамдарҙы киң итеп шәп эшләнең! Ошондай мәлдәр килерен алдан белеп торғанһыңмы ни!” – тип рәхмәт әйтеп китәләр әле лә. Һиҙемләү булғандыр инде. Сибайҙы мин генә түгел, ҡатыным да, балалар ҙа ярата. Унда йәшәгән бәхетле мәлдәрҙе йыш һағынып иҫкә төшөрәбеҙ. Шоңҡарҙар. Һәр кемдең эшенән тыш тағы ниндәйҙер яратҡан шөғөлө була. Һеҙҙеке ниндәй?
– Йәш саҡта Рәсимә апайығыҙ менән халыҡ театрында ихлас ҡатнаштыҡ. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге был театрҙың художество етәксеһе – Дамир Мәзитович миңә, әҙерәк йыуаныраҡ булғас, "эсеңә мендәр ҡуйырға кәрәкмәй” ти ҙә, гел байҙар, помещиктар ролен бирә ине. Йәй көнө отпуск алабыҙ ҙа, бер айға гастролгә сығып китәбеҙ. Шул ваҡытта, хәтеремдә, ғаилә бюджетын ҡотайтып, кейем-һалым, мебель кеүек ҙурыраҡ әйберҙәр алып ҡала торғайныҡ. Ғәжәп, әммә шул мәлдә беҙ үҙебеҙҙең төп эшкә ҡарағанда аҡсаны күберәк эшләй инек. Йәнә апайығыҙға баҡса ҡарашырға яратам. Элегерәк балыҡҡа ла йыш йөрөлдө. Әле иһә ҡыҙыҡһыныуҙар икенсерәк. Хәҙер хобби – ейән-ейәнсәрҙәр. Ейәнем менән төрлө мәсьәләләр сисәбеҙ, шахмат уйнайбыҙ. Ейәнсәремә 9 ғына йәш, ә һүрәтте иҫ киткес матур төшөрә! Унан бына тигән архитектор сығырға мөмкин.
Шоңҡарҙар. Ҙур ғына проект өҫтөндә эшләргә йә берәй нәмә төҙөргә теләп тә, килеп сыҡмаған осраҡтар булдымы?
– Булмаған ҡайҙа! 1987 йылда билдәле скульптор Михаил Шандуренко менән СССР, РСФСР мәҙәниәт министрлыҡтары ҡарары буйынса Сибайҙа Ленин һәйкәлен проектлауға тотондоҡ. Мин – архитекторы. Ошоға тиклем ҡулланылған ысул буйынса эшләйбеҙ: постамент – яҡындан аяғын да, үҙен дә күрмәйһең, эргәһендә – трибуна. Шул йылды үҙгәртеп ҡороуҙар башланды, бөтөн нәмәлә ирек бирелде. Беҙ, шунан файҙаланып, тоттоҡ та теге һәйкәлде бер метр бейеклектәге генә ауыш постаментҡа төшөрөп ҡуйҙыҡ: Ленин яйлап ҡына атлап килә, йәнәһе, һәм тәпәш кенә итеп уратып ҡуйҙыҡ. Маҡсатыбыҙ: бала шул постаментҡа менһен, ҡараһын, Ленин менән һөйләшһен. Горком партияһында беҙҙең был ниәтте ҡаранылар, әммә пыран-заран килтерҙеләр. Йәнәһе, беҙ Ленинды ихтирам итмәйбеҙ, кәмһетәбеҙ. Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы яғынан да ыңғай баһа алманыҡ. Киттек Мәскәүгә. Мәҙәниәт министрлығы рәйесе бөтә донъяға билдәле скульптор Михаил Клыков һәм СССР-ҙың халыҡ архитекторы, Ленин премияһы лауреаты Яков Белопольский (ул 1974 йылда минең диплом эшемдең етәксеһе булды) беҙҙең ниәтебеҙҙе яҡлап сыҡты! Әммә... 1990-1991 йылдарҙа Ленин һәйкәлдәрен ала башланылар, беҙҙең уй килеп сыҡманы шулай итеп. Ленин булған өсөн генә түгел, ғөмүмән минең ҡарашым шундай. Әле бына Аҡмулла һәйкәленә ҡыуанып бөтә алмайым. Шул уҡ ваҡытта Шаляпинға ҡуйылған һәйкәлгә иғтибар итегеҙ, йә З. Исмәғилев һәйкәленә. Кеше күп ваҡытта уларҙы күрмәй уҙа. Икеһе лә халыҡ араһынан сыҡҡанлыҡтан, ҡараш та икенсе төрлөрәк булырға тейеш. Әйтәйек, Аҡмулла һәйкәле кеүек. Уның янына студенттар килеп ултыра, балалары менән саф һауаға сыҡҡан атай-әсәйҙәр... Тотоп ҡарайҙар, һөйләшәләр, ҡыҙыҡһыныу уяна, ғорурлыҡ тойғоһо тыуа. Зәки Вәлидигә бына шундай һәйкәл кәрәк. Ә бейек постаментҡа ҡуйылған һәйкәлгә кеше күтәрелеп кенә ҡарай ҙа, юлын артабан дауам итә. Муйынды һоноп ни һөйләшә алаһың? Йәнә бер эшләнмәгән эшем ҡалды Сибайҙа. Каркаслы бер нисә өй бар ине, шуны Үтергһ арар абул итеп өлгөрмәнем. Әле лә була, әммә ул ваҡытта хәлдәр күпкә еңелерәк ине, шулай булғас, мәшәҡәттәр ҙә әҙерәк булыр ине.
Шоңҡарҙар. Эш дәүерегеҙҙәге иң юғары баһа?
– Кем булһа ла килеп: "Урал, һин был ерҙә шәп эшләнең, афарин!” – тип шатланһа, шунан да юғарыраҡ баһа юҡтыр. Әммә һирәк әйтәләр шул... (йылмая). Төп эшебеҙ йорттар һалыуға бәйле берәйһе: "Планировкағыҙ хөрт булған”, – тип торһа, шул хәтлем уңайһыҙ булып китә, ер тишегенә инерҙәй булаһың.
Шоңҡарҙар. Архитектор өсөн иң мөһиме нимә тип һанайһығыҙ?
– Кешенең киң фекерләй алыуы. Һәләт. Тырышлыҡ. Һәләт булып та тырышмаһаң, бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ. Беҙҙең бынамын тигән егеттәребеҙ булды. Шәп архитекторҙар булырҙар, тип күҙаллай торғайныҡ. Әммә... эске баштарын ашаны, юғалдылар... Һәләтең булмаһа, бер тырышлыҡ менән генә лә әллә ни нәмә атҡарып булмай. Шулай уҡ фекерләй алмаһаң, алдан күрә белмәһәң дә ҡыйын. Минең Фәтҡулла тигән ҡустым бар ине. Дәфтәр битенән йәбештереп өйҙәр эшләй торғайны. 5-6 йорттан урам төҙөп ҡуя. Уларының тәҙрә-ишектәрен уя. Ул ваҡытта ауыл ерендә акварель буяу һәм башы тырпайып бөткән кисточка менән генә ҡулландылар, шулар ярҙамында әлеге өйҙәрен семәрләп буяп та ҡуя. Ә бына быныһын быуындар әйләнеше тим инде мин. Миңә биш-алты йәш булғанда атайымдар өй һалды. Эргәләрендә йөрөп ятам, көҙгө һалҡын көн. Төҙөүсе ағай: "Сөйҙө алып бир, сүкеште, йышҡыны алып бир”, – тип әленән-әле йомоштарын ҡушып ҡына тора. Бер ҡайҙа ла китмәй, һәр һүҙен тыңлап, эргәһендә генә йөрөйөм... Хәҙер минең ейәнемә алты йәш. Улыма өй төҙөйбөҙ. Әле килеп ейәнем шул тирәлә урала. 50 йыл үткән! Яныма килә лә: "Олатай, унда матур эшләмәйҙәр”, – ти был. "Үҙең әйт һуң”, – тигән булам ни эшләр икән тип. Каска кейеп ала ла, китә тегеләрҙе эшкә өйрәтергә (йылмая). Бер айырма: мин ул ваҡытта аңламағанмын, ә хәҙерге балалар бөтөнөһөн күреп, белеп тора.
Шоңҡарҙар. Урал Ғәзиз улы, моғайын, йәштәргә әйтер һүҙҙәрегеҙ ҙә барҙыр?
– Был тормошта нимәгәлер өлгәшәм тиһәң, үҙең теләгән, күңелеңә хуш килгән һөнәрҙе һайларға кәрәк. Мин 8-се класта архитектор буласағымды белә инем инде, һәм ошо маҡсатымды тормошҡа ашырыр өсөн тырыштым. Үҙең өҫтөндә һәр ваҡыт эшләргә һәм бирешмәҫкә кәрәк. Беҙҙең егеттәр, бигерәк тә башҡорт егеттәре, ауырлыҡтар менән көрәшеп өйрәнмәгәнме, әҙ генә проблема килеп сыҡһа, күп ваҡытта төшөнкөлөккә бирелә, бошона башлай, эскелеккә һалыша. Хәҙер беҙҙең Алла – аҡса, әммә байлыҡ артынан ғына ҡыуырға ла ярамай. Мин бер ҡасан да машинам юҡ, дачам юҡ, йә башҡа берәй нәмәм юҡ тип бошоноп ултырмайым. Минең өсөн рухи ҡиммәттәр, йән тыныслығы мөһим. Бөгөн берәй яҡшы эш эшләйем икән, иртәгә әллә нисә кеше ҡыуанасаҡ, унан һуң да был шатлыҡ әллә нисә йылдарға етәсәк әле. Киң күңелле һәм кешегә рәхмәтле булһындар. Һаулыҡ-таҙалыҡта йәшәһендәр, йәшел йыланды яҡын юлатмаһындар!
 
Өҫтәл артындағы һөйләшеүҙе түкмәй-сәсмәй
ҡағыҙға Гөлнара МОСТАФИНА төшөрҙө.
Категорияһы: "Самауырҙы йыҡҡансы" | Өҫтәне: Shomas (08.01.2010)
Ҡаралған: 1870 | Тегтар: Башҡортостан Ленин Горком СССР РСФС | Рейтингы: 5.0/4
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Эҙләү
"Шоңҡар" плееры
Реклама


"Шоңҡар" - башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер, ҡабатланмаҫ йәштәр баҫмаһы!
© 2025 "Шоңҡар" журналы.
www.shonkar-02.ucoz.ru сайтында урынлаштырылған бөтә мәғлүмәт һәм
мәҡәләләр авторлыҡ хоҡуғы тураһында халыҡ-ара һәм Рәсәй закондары менән яҡлана
Rambler's Top100