Башланғыс синыф уҡыусыларының "мәктәпкә бармайым” тип йыш ҡына илап ҡайтыуы әллә ни аптыратмай. Быға балаларҙың йә үҙ-ара ыҙғыш сығарып бер-береһен кәмһетеүе, үсекләшеүе, йә тас та тос һуғышып китеүе, ә айырым осраҡтарҙа уҡыусы менән уҡытыусы араһында килеп тыуған аңлашылмаусанлыҡ сәбәпсе.
Бала алдында уҡытыусының абруйы ҙур. Әгәр ҙә остазы тәрбиәләнеүсеһенең уҡыуы йәки тәртибе менән ҡәнәғәт түгел икән, уҡыусының үҙ-үҙенә ҡарата баһаһы кәмей, ышанысы юғала. Ә ихтирам иткән кешеһенән маҡтау һүҙҙәре ишеткән һайын, киреһенсә, үҙ уңышына ҡыуана һәм тағы ла алға ынтыла.