Совет империяһын "ерләгән” 90-сы йылдарҙан һуң был күренеш үтә лә йыш күҙәтелә. Уның артында икенсе һулыш алған яңы либераль тулҡындан көс алыусы "уң” көстәр тороуы асыҡ күренә. Элекке КПСС номенклатураһы, шуның интеллектуаль хеҙмәттәре ярҙамында был көстәр коммунизмға ҡаршы яңы концепция эшләне. Унда халыҡ "ҡанлы” атамаһы биргән Рәсәйҙең һуңғы императоры Николай II, уның тоғро хәрби хеҙмәтселәре А. Деникин, Врангель һәм башҡа аҡ генералдарҙың исемдәрен "изге”ләр рәтенә индерергә маташыу төп урында тора. Власть башында лидер изге була аламы? Һүҙ, әлбиттә, Николай II һәм И. Сталин тураһында. Айыҡ фекерләргә һәләтле рәсәйҙәр бер ҡасан да сәйәси дошмандары менән йыртҡыстарса иѕәпләшкән сәйәси диктаторҙар тәртибен аҡламаясаҡ һәм яҡламаясаҡ. Күптәр "изге” Николай менән бергә уның ҡатынын һәм балаларын да үлтереүгә ҡарата ҡаты ризаһыҙлыҡ белдерә. Уларҙың ни ғәйебе бар? Ни өсөн Николай II судһыҙ, тәфтиш үткәрмәй атып үлтерелә? Был – законһыҙлыҡ, кешелекһеҙлек! Шул уҡ ваҡытта Ватан тарихын, Рәсәй императорҙарын яҡшы белгән кешеләргә Николай Икенсене "изге” тип атарға маташыу аңлашылмай. Белеүебеҙсә, изге кеше рухи һәм әхлаҡи йәһәттән саф, камил була. Уның алдында ысынлап та баш эйергә мөмкин. 1905 йылдың 9 ғинуарында меңдән ашыу кешене полиция һәм казактарға юҡ итергә бойорған батша нисек итеп изге була алһын?! Беренсе урыѕ инҡилабы көндәрендә ҡорбандар айырыуса күп була. Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 1906 йылдың апреленә 14 мең кеше атып йәки аѕып үлтерелә. 1907-1908 йылдарҙа 5 меңдән ашыу кеше үлем язаһына хөкөм ителә. Мәскәү янындағы Ходынка яланында булып үткән ҡанлы ваҡиғалар тураһында ла оноторға ярамай. Тәхеткә ултырыуы менән бәйле 18 майҙа батша ошонда халыҡ өсөн байрам ойошторорға ҡарар итеп, тәмле-татлы ризыҡтар менән һыйлау өсөн киоскылар, ларектар ҡуйҙыра. Халыҡ шул тиклем күп килә, этеш-төртөш башлана һәм 2 меңдән күберәк кеше тапалып үлә. Халыҡ араһында: "Ҡандан башланың, ҡанға тонсоғоп үлерһең әле”, - тип ҡысҡыра башлайҙар. 1918 йылда ысынлап та шулай килеп сыға. Ошо "изге” кешенең ихтыяры буйынса үҙенең ауыр тормошона ризаһыҙлыҡ белдереү йөҙөнән урамдарға сыҡҡан тиѕтәләрсә мең кеше Себергә һөргөнгә оҙатылған. Ә бит Себергә, революцион кәйефле эшсе, крәѕтиән һәм интеллигенциянан тыш, тыныс ҡына йәшәгән ауыл кешеләрен дә һөргәндәр. Батша хөкүмәте башлығы П. Столыпиндың маҡсатын тормошҡа ашырыу – "Себер сиҙәмен күтәреү өсөн”. Бер яҡтан ҡарағанда, маҡсат изге лә кеүек, сөнки Столыпин, үҙенсә әйтһәк, "түбән ҡатламдарҙа дәүләт власы менән бәйле хәлле кешеләрҙе арттырыу”ҙы хәстәрләгән. Күрәһең, Столыпин бөйөк ғалим М. Ломоносовтың, "Рәсәйҙең ҡеүәте Себерҙе үҙләштереү иѕәбенә артасаҡ”, тигән фекерен яҡшы белгән. Тик ғалим быны көс ҡулланыу иѕәбенә ғәмәлгә ашырыуҙы күҙ уңында тотмағандыр бит. Ғөмүмән, Столыпин хакимлыҡ иткән дәүерҙә, "илдә тыныслыҡ хаҡына” бик күп кешеләр хөкөм язаһына тарттырылып, аѕып үлтерелә. Был тарихҡа "Столыпин галстугы” тигән исем менән инеп ҡала. Тарихи журналдарҙа, ғилми монографияларҙа әле лә Беренсе донъя һуғышы алдынан халыҡ-ара хәл һәм һуғыштың башланыу сәбәптәре тураһында бәхәстәр тынмай. Рәсми сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, был афәт Боснияның Һарай ҡалаһында Австро-Венгрия императорының вариѕы Франц Фердинандты атып үлтергәндән һуң башлана. Дөрөѕөрәге, Балҡан ярымутрауында нығынырға теләгән Германия хәрби даирәләре өсөн был сәбәп кенә. Рәсәй батшаһының да Балканда үҙ мәнфәғәттәре көслө була. Тулы булмаған мәғлүмәттәр буйынса, Беренсе донъя һуғышында Рәсәй 8 миллион кешеһен юғалта. Үрҙә килтерелгән миѕалдарға ҡарап ҡына ла Николай Икенсе "изге” төшөнсәһенә тап килмәүен яҡшы тоѕмалларға мөмкин. Тыштан ҡарағанда тыныс холоҡло, хатта бер аҙ оялсаныраҡ күренгән батша киң билдәле итальян философы Николло Макиавеллиҙың "Государь” трактатында яҙылғанса, "сәйәси маҡсатҡа өлгәшеү өсөн бөтә саралар ҙа яҡшы”, тигән һығымтаһын яҡшы файҙаланған. Бөгөнгө сәйәси системаны әүәләгән Рәсәй либералдары концепцияһында XX быуат ҡатилы большевик И. Сталин, ул урынлаштырған диктатор режимы һуңғы урын биләмәй. Ысынлап та, уны цивилизациялы тип атау мөмкин түгел. Үҙ-үҙен яҡлап тиѕтәнән ашыу капиталистик дәүләткә ҡаршы торған, яңы – социализм принциптарына нигеҙләнгән йәмғиәт ҡороусы дәүләт ниндәй булырға тейеш һуң? Илдә ауыл хужалығын коллективлаштырыуға, кулактарҙы синыф булараҡ юҡ итеүгә ҡаршы кәйефтәр көсәйә. Һөргөн, атырға хөкөм итеү яңы Рәсәй өсөн ғәҙәти күренешкә әүерелә. Ошондай ҡатмарлы мәлдә ил башында ҡаты ҡуллы етәксе тороу зарурлығы ҡотолғоһоҙ, һәм был урынды Иосиф Сталин биләй. Рәсәй неолибералдары фекеренсә, Николай Икенсе – изге, ә Сталин – йыртҡыс. Сталинды кире яҡтан ғына һүрәтләп, неолибералдар шуны онотоп ебәрә: ә бит артта ҡалған ярым феодал ҡоролошта йәшәгән Рәсәйҙе ҡеүәтле "дүртенсе” империяға әүерелдереү өсөн Сталин күп көс һала. 1945 йылда уның етәкселегендә СССР фашистик Германияны еңеп сыға, Көнсығыш Европаны нацизм ҡоллоғонан ҡотҡара. Һуғыш тамамланғандан һуңғы һигеҙ йылда Советтар Союзында йыл һайын 600 завод-фабрика сафҡа индерелә. Сталин етәкселек иткән йылдарҙа алдынғы техника, ҡорамалдар етештергән сәнәғәт предприятиелары төҙөлә. Т-34 танкы, ИЛ-2 штурмовигы, БМ-13 ("Катюша”) артиллерия ҡоролмаһы – совет инженерҙарының тиңдәшһеҙ хеҙмәт өлгөһө. Тап ошондай интеллектуаль нигеҙҙә беҙҙең ил донъяла беренсе булып Йыһанға кеше осорҙо, атом энергияһын ҡулланыуҙы үҙләштерҙе һ.б. Айырма ысынлап та ҙур: Николай II "өсөнсө” Рәсәй империяһын емерҙе, ә Сталин ҡеүәтле Совет империяһын төҙөнө. Шулай булғас, уларҙың ҡайһыһы "изгерәк”? Неолибералдар, күрәһең, бындай һорау ҡуйып борсолмай. Николай Икенсе менән И. Сталин эшмәкәрлеген бер яҡлы баһалау менән бәйле шундай һорау килеп тыуа: сәйәсмәндең изгелеген билдәләүсе баһалама бармы, булһа, нисегерәк яңғырай? Әгәр ҙә был сифатты билдәләүҙә төп критерий булып кеше атыу, һөргөнгә ебәреү кеүек "эшмәкәрлек” иѕәпләнә икән, был осраҡта Сталинға тиңләшерлек шәхес юҡ кеүек. Әйҙәгеҙ, уны изге тип иғлан итәйек. Икенсе һорау: йыл һайын халҡы 600–700 мең кешегә кәмегән, донъяла ғүмер оҙонлоғо буйынса 134-се урын биләгән Рәсәйҙе ошо хәлгә төшөргән неолибералдар эшмәкәрлеге үҙенең изгелеге, гуманлығы менән айырыламы? Эшләп йөрөгән 75 миллион кешенең 55 миллионы бөгөн айына 5-6 мең һум менән ҡәнәғәтләнергә мәжбүр. Пенсия йәшендәгеләрҙең күпселеге айына 4 мең һумға осон-осҡа саҡ ялғап йәшәй. Шул уҡ ваҡытта холоҡ төҙәтеү учреждениеларында ултырған бер кешене аѕрау айына 6,2 мең һумға төшә. Ә бит ундайҙар 890 мең! Реформа йылдарында Рәсәйҙә 70 меңдән күберәк етештереү объекты, ауыл хужалығының юғары технологиялы тармаҡтары юҡҡа сыға. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң СССР-ҙа 19 миллион бала ата-әсәһеҙ ҡалғас, уларҙы уҡытыу, тәрбиәләүҙе дәүләт үҙ өѕтөнә ала. "Реформалашҡан” Рәсәйҙә былтыр өс миллиондан күберәк бала мәктәпкә барманы. Неолибераль сәйәсәт үткәрелгән йылдарҙа иң яҡшы әҙерлекле 800 мең белгес сит илдәргә сығып китергә мәжбүр булды. Бөгөн уларҙың белеме АҠШ, Германия, Израиль һ.б. илдәр иҡтисадын нығытыуға булышлыҡ итә. Бындай сәйәсәттә бер ниндәй изгелек тә, әҙәп тә юҡ, киреһенсә, ул кешеләрҙе протест йөҙөнән урамдарға сығырға мәжбүр итә. Әлеге финанс тотороҡһоҙлоғо шарттарында социаль хәл тағы ла ҡатмарлаша. Неолибераль көс структуралары бындай сығыштарҙы таяҡ, газ ярҙамында баѕтырырға өйрәнеп алды. Мәскәү, Санкт-Петербург, Хабаровск, Владивосток ҡалаларында булып үткән сыуалыштар тап ошо турала һөйләй. Йәштәр демонстрацияларын ҡыуып таратыуға шул ҡалаларҙың ОМОН-ы (махсус тәғәйенләнештәге милиция отряды) менән бергә "Идущие вместе”, "Молодая гвардия”, "Наши” кеүек хәрәкәттәре лә йәлеп ителде. Был ниндәйҙер кимәлдә XХ быуат баштарында Николай II йәштәр сығыштарын баѕтырыу өсөн "Черная сотня” ойошмаһы ағзаларын файҙаланыуын хәтерләтә. Ә бит йәштәрҙең сығышында бер ниндәй ҙә законһыҙлыҡ юҡ, улар РФ Конституцияһының 31-се статьяһына ярашлы үҙ хоҡуғын ғәмәлгә ашыра. Эшкә урынлашыу, эш хаҡын арттырыу мәсьәләләренә иғтибар талап итә. Рәсәйҙең хәл ителмәгән проблемаларын әлеге кризис тағы ла арттыра. Ошо йәһәттән илдең хәҙерге хәлен совет империяһын тарҡатҡан, әлеге неолибераль сәйәсәттең тамыр йәйеүенә булышлыҡ иткән КПСС Үҙәк комитетының һуңғы генераль секретары, СССР-ҙың тәүге һәм аҙаҡҡы Президенты изге М. Горбачев ниҙәр уйлай икән? Рәсәйҙең һәм БДБ илдәренең интеллектуаль йәмәғәтселеге уның "тиҙләнеш” һәм "үҙгәртеп ҡороу” сәйәсәте нигеҙендә СССР-ҙағы социалистик ҡоролошто яңыртырға, демократлаштырырға тантаналы вәғәҙә биреүен яҡшы хәтерләй. Үҙенең һанһыҙ сығыштарында Горбачев донъя цивилизацияһына берегеү кәрәклеге тураһында бик күп һөйләне. Программа шул тиклем мауыҡтырғыс, ялтырауыҡлы булыуға ҡарамаѕтан, ғәмәлгә ашырлыҡ түгел ине, сөнки ҡайһы бер пункттары икенселәренә ҡаршы килде. Уҙған быуаттың 80-се йылдарындағы реформаларҙың нисек тамамланыуы хаҡында һөйләп тороу кәрәкме икән? Тәүге һөҙөмтә шунан ғибәрәт: донъялағы иң ҡеүәтле социалистик дәүләт йәшәүҙән туҡтаны. Барлыҡ алдынғы кешелек йәмғиәтен шаҡ ҡатырған был күренеш донъяла социалистик системаның юҡҡа сығыуына килтерҙе. Элекке совет империяһы емереклектәрендә барлыҡҡа килгән кәрлә дәүләттәрҙең байтағы көс-хәл менән осон-осҡа ялғап йәшәргә мәжбүр. Совет империяһын һаҡлап ҡалып була ине әле, ләкин Белоруссия, Украина һәм Рәсәйҙең ярым иѕерек етәкселәренә ҡарата М. Горбачев бер ниндәй ҙә сара күрмәне. Ул ғына ла түгел, Ельциндың енәйәтсел төркөмөн халыҡ елкәһенә ултыртып, Украина, Грузия, Ҡырғыҙстан кеүек совет республикаларында "һары” революциялар булып, власҡа Ющенко, Саакашвили кеүек АҠШ яҡлы кешеләр килеп, Рәсәйгә ҡаршы дошмандарса эшмәкәрлек йәйелдерелеүҙе лә Горбачев сәйәсәтенең дауамы итеп ҡарарға кәрәк. Бөгөн улар Көнбайыш дәүләттәрен Рәсәйгә ҡаршы ҡотортоу өсөн барыһын да эшләй. Көнбайыштың цивилизациялы илдәре лә, М. Горбачев һүҙҙәре менән әйткәндә, "либераль Рәсәй”ҙе үҙ сафтарына индерергә ашыҡмай. Горбачев, Яковлев, Ельцин кеүек элекке СССР-ҙың уң коммунистик ревизионизм лидерҙарының марксизмды иѕәпкә алмау һөҙөмтәһе был. Донъяның байтаҡ дәүләт эшмәкәрҙәре, билдәле ғалимдар Совет империяһының тарҡалыуын хупламаны. АҠШ-тың бер төркөм ғалимдары, улар араһында өс Нобель премияһы лауреаты ла бар ине, Рәсәйҙәге коллегалары менән берлектә беҙҙең илдәге неолибераль реформаларға, уларҙың эҙемтәләренә анализ эшләгәйне. 1996 йылда ул "Реформа глазами американских и российских ученых” тигән китапта баѕылып сыҡты. Америка ғалимдарының береһенең докладында былай тиелә: "иҡтисадты үҙгәртеп ҡороу сәйәсәте унан ҡурҡыу һәм булдыҡһыҙлыҡ арҡаһында уңышһыҙлыҡҡа осраны”. Хәҙерге иҡтисади-финанс тотороҡһоҙлоғо шарттарында иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең ҡайһы бер тармаҡтарының эшмәкәрлеген заман талаптарына яраҡлаштырыу мөмкин булырмы? Маҡсатҡа өлөшләтә генә өлгәшеп, йәмғиәттә тотороҡлолоҡто һаҡлағанда ла яҡшы булыр ине лә бит. Д. Медведев менән В. Путиндың сығыштарында кризисты йомшартыу буйынса саралар тураһында даими әйтелә килә. Улар араһында, әкренләп булһа ла, совет империяһын тарҡатыуҙа ҡатнашы булған "либераль” чиновниктарҙан арыныу, иҡтисадтың тауар етештереү менән бәйле тармаҡтарына аҡса бүлеүҙе арттырыу кеүек аҙымдарҙы ыңғай баһаларға кәрәк. Кризистың тәүге айҙарында уҡ 5,5 триллион һумды банкротка әйләнә башлаған банкыларға биреү урынына, хөкүмәт был аҡсаны дәүләттең социаль өлкәһен үѕтереүгә йүнәлтһә, отошлораҡ булыр ине. Шуныһы ғәжәп: социаль йүнәлешле хоҡуҡи дәүләт төҙөү тураһында һөйләргә яратҡан Рәсәй етәкселеге оҙаҡ йылдар буйы халҡының аҡрынлап фәҡирлеккә төшөүен тыныс ҡына күҙәтә килде, дәүләттең социаль мәсьәләләрен хәл итеү менән йүнләп шөғөлләнмәне. Банкыларға бирелгән дәүләт ярҙамы (5,5 трлн. һум) янында эшһеҙлекте бөтөрөүгә йүнәлтелгән 43 миллиард һум стакандағы тамсы кеүек кенә. Шул уҡ ваҡытта дәүләт биргән аҡсаға валюта һатып алған банкылар 2008 йылдың ноябренән 2009 йыл башына тиклем валюта-финанс операцияларында үҙ табышын 130 процентҡа тиклем арттырҙы. Дәүләт, һалым түләүселәр иѕәбенә. Д. Медведевтың һуңғы осорҙа финанс әһелдәренә ҡарата әйтелгән тәнҡите уларҙың донъя тарихына күҙ һалыуы, АҠШ-тың 30-сы йылдарҙағы президенты Ф.Рузвельттың капиталистарҙы иҡтисадты үѕтереүгә мәжбүр итеү тәжрибәһенә эйәрә башлауы хаҡында һөйләй. Әйткәндәй, Ҡушма Штаттарҙың әлеге йәш президенты Б. Обама ла ошо йүнәлештә эш итә. Уны бигерәк тә 3,5-4 миллион кешегә еткән эшһеҙлек мәсьәләһе борсой, Рәсәйҙә лә, алдан күҙаллауҙар буйынса, йыл аҙағына 8,5-9 миллион кешенең эшһеҙ ҡалыуы ихтимал. Б. Обама үткәргән сараларҙа "социалистик яңырыу” сәйәсәтен дә тоѕмалламау мөмкин түгел. Мәѕәлән, кешенең уртаса айлыҡ эш хаҡы 50 мең, йылына 182 мең долларҙан артмаѕҡа тейеш. Унан да юғары хеҙмәт хаҡы тулыһынса һалым иѕәбенә алына. Был – бер. Икенсенән, эш аҙнаһы биш сәғәткә ҡыѕҡартыла (35 сәғәткә тиклем), ялланып эшләүселәр һаны, айырыуса яңы "тотороҡло” энергетика өлкәһендә, 12 процентҡа арта. Ялланып эшләүселәргә үҙ хоҡуҡтарын, эшкә алыусы алдында мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн профсоюздар ойоштороу хоҡуғы бирелә. Өсөнсөнән, урта мәктәпкә аҡса бүлеү сәйәсәте тамырынан үҙгәрә: элекке мәктәптәр һәм колледждарҙы граждандар иѕәбенә финанслау тәртибе тулыһынса бөтөрөлөп, урта мәктәпкә сығымдар иң алдынғы штаттар кимәлендә бирелә. Яңы Америкала юғары белем алыу бушлай буласаҡ. Дүртенсенән, АҠШ-та милли медицина страховкаһы тураһында акт ҡабул ителә. Бихисап хосуси медицина страховкаһы компаниялары Ҡушма Штаттар граждандары, шул иѕәптән ситтән килеп йәшәгәндәр өсөн дә берҙәм дәүләт системаһы менән алмаштырыла. Шуның менән 46 миллион американды медицина страховкаһынан бөтөнләй, ә 50 миллионын өлөшләтә мәхрүм иткән әлеге тәртип бөтөрөлә. Шулай итеп, ниндәйҙер кимәлдә АҠШ "швед социализмы” ҡанундарына эйәрергә тырыша, тип әйтергә мөмкин. Был сәйәсәттә көнбайыш Европа илдәрендә көслө булған социал-демократик партиялар йоғонтоһо һиҙелә. Дөйөм алғанда, хәҙерге социал-демократия XIX быуат аҙағы-XX быуат башы социал-демократтарынан айырыла. Халыҡтың төрлө ҡатламдарында килешеү хаҡына улар марксизмдың ҡайһы бер положениеларынан, хеҙмәтсәндәрҙең синфи хеҙмәттәшлегенән баш тартып, неолиберализмдың аңлайышлы өлгөләрен ҡабул итеп алдылар. Нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, улар донъя социализм системаһы емерелеүенең эҙемтәләрен күҙ алдына килтерептер инде, совет империяһының тарҡалыуын кире баһаланы. Бөгөнгө Рәсәй етәкселегенә Икенсе донъя һуғышынан һуң Советтар Союзының тергеҙелеү, кризисҡа ҡаршы тороуҙа донъя тәжрибәһен иѕкә төшөрөү ҡамасауламаѕ ине. Минеңсә, бөгөн иң мөһиме үҙебеҙҙең авиация, йыһан караптары, автомобиль эшләп сығарыу сәнәғәтен инновациялар ярҙамында аяҡҡа баѕтырыу. Был сара иҡтисади-финанс тотороҡһоҙлоғон йомшартырға мөмкинлек бирәсәк. Шул уҡ ваҡытта әлеге эшһеҙлек мәсьәләһе ҡатмарлашҡан мәлдә рәсәйҙәрҙең социаль тәьминәткә хоҡуғын һаҡлау сараларын күҙ уңынан ысҡындырмау ҙа мөһим. Йыл аҙағына илдә эшһеҙҙәр һаны 8,5-9 миллион кешегә етеүе мөмкин тигән фараз бар. Башҡортостанда февраль урталарына уҡ 36 мең кеше эшһеҙ ҡалғайны. Федераль ҡаҙнанан эшһеҙлек мәсьәләһен хәл итеү өсөн 43 миллиард һум бүлеү ҡаралған, шул иѕәптән Башҡортостанда – 57 миллион. Эшһеҙлекте бөтөрөү өсөн иң элек яңы эш урындары асыу, бының өсөн тимер юл, автомобиль юлдары селтәрен үѕтереү, бәләкәй ҡала һәм ҡасабаларҙа социаль инфраструктураны үѕтереү мөһим. Был иң элек Төньяк, Себер тарафтарына ҡағыла. Эшһеҙ ҡалғандарҙы урынлаштырыу өсөн токарь, слесарь, фрезеровщик, монтажсы, ташсы кеүек һөнәрҙәргә мохтажлыҡты бөтөрөү өсөн кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе лә хәл итеүҙе көтә. План буйынса Башҡортостанда 8 мең кеше икенсе һөнәргә уҡытылып эшкә урынлашасаҡ. Бәләкәй ҡалалар һәм ҡасабаларҙа кәсепселекте үѕтереү ҙә иғтибарға мохтаж. Был йәһәттән М. Прохоров, О. Дерипаска, Р. Абрамович кеүек "неолиберал”дәр илгә ҙур ярҙам күрһәтә алыр ине, сөнки кәсепселекте үѕтереү өсөн дәүләт бүлгән сығымдар ғына етмәйәсәк. "Изге сәйәсмән” костюмын кейергә дәртләнгән кешенең, минеңсә, үҙ эшмәкәрлеген ил етәкселеге һуңғы йылдарҙа иғлан иткән әһәмиәтле мәсьәләләргә ярашлы ҡороуы мотлаҡ. Бөгөнгө изге сәйәсмән ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш? Уның эшмәкәрлегендә илдең үҙаллылығын һаҡлау, социаль-иҡтисади ҡеүәтен ишәйтеү ярылып ятырға тейештер. Шунһыҙ бер генә сәйәсмәнде ле изгеләр сафына индереү мөмкин түгел. Илдең иҡтисади ҡеүәтен арттырыу менән бергә, байлыҡты ғәҙел бүлешеү принцибын да оноторға ярамай. Рәсәйҙәге ише илдә байҙар менән фәҡирҙәр килемдәре араһында айырма 40 тапҡырға еткән икән, ул илдең сәйәси етәксеһе бер нисек тә изге була алмай. Минеңсә, был исемгә һәр граждандың бөтә яҡлап үѕешенә булышлыҡ иткән етәксе генә дәғүә итергә хоҡуҡлы. Мин һүҙҙе боронғо грек фекер эйәләре хыял йөрөткәнсә, физик йәһәттән камил, рухи яҡтан бай, әхлаҡи яҡтан саф граждандар тураһында йөрөтәм. Халыҡ ихтыярын иѕәпкә алып етәкселек итеүгә бөгөн Рәсәйҙә 90-сы йылдарҙа уҡ нигеҙ һалынған номенклатур-олигархик режим ҡамасаулыҡ итә. Улар һайлау алымдары менән эш итергә, үҙ ихтыярын йәмғиәткә көсләп тағырға оѕтарып алды. Әлбиттә, хоҡуҡи дәүләттә быға юл ҡуйылырға тейеш түгел. "Изге” сәйәсмән шулай уҡ үѕеп килеүсе быуын, йәштәр тураһында ла хәстәрлек күрергә бурыслылыр, сөнки шунһыҙ илдең киләсәге хәүеф аѕтында. Рәсәй йәмғиәтенең бөтә күҙәнәктәренә үтеп ингән коррупция менән дә ныҡышмалы, тәүәккәл көрәшеү ҙә сәйәси лидерҙың изге сифатына эйә булыуын талап итә. Әлбиттә, изге булыу өсөн Рәсәйҙә йәшәгән барлыҡ этнос, халыҡтар тураһында етди хәстәрлек күреү мотлаҡ, сөнки улар бында бөйөк Илаһи көс тарафынан ебәрелгән. Үҙен изге иѕәпләгән сәйәсмәндәрҙең XX быуаттың оло фекер эйәһе Зәйнулла Рәсүлевтың, "Үҙеңә нимә теләйһең – башҡаларға ла шуны телә, шул саҡта ғына ысынлап та Аллаһҡа ышаныусы була алаһың”, тигән принцибына эйәреп эш итеүе бик яҡшы булыр ине лә бит. Әлбиттә, Рәсүлев был һүҙҙәрҙе әйткәндә изгелекте күҙ уңында тотҡандыр, сөнки Аллаһҡа ысын күңелдән ышаныусы ғына изге була ала бит. Әйткәндәй, баҙар иҡтисады йылдарында сәйәси етәкселәрҙең күбеһе Аллаға ышана башланы.
Миҙхәт Саҙрыев, профессор,
БР Журналистар союзы ағзаһы.
|