|
Баш бит» 2009 » Декабрь » 23 » 24 декабрь – Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө
13:47 24 декабрь – Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө |
1993 йылдың 24 декабрендә — 16 йыл элек — Башҡортостан Конституцияһы ҡабул ителә, ул республикабыҙҙың яңы дәүләт конструкцияһына хоҡуҡи нигеҙ һала. Төп Закон Башҡортостан өлгәшкән һәм Рәсәй үҫешенә уның индергән өлөшөн билдәләгән тәғәйен сәйәси, иҡтисади, социаль һөҙөмтәләрҙә бойомға ашҡан принципиаль үҫеш йүнәлештәрен билдәләне. Уҙған йылдарҙа республиканың конституцион үҫешендә бер нисә этапты айырып күрһәтергә мөмкин. 90-сы йылдар башында Рәсәй Федерацияһында һәм уға ингән республикаларҙа киң конституцион процесс башлана. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итеү республиканың яңы Конституцияһын әҙерләү өсөн төп тәүшарт булып тора. 13 октябрҙә инде, Декларация ҡабул иткәндән һуң бер көн үткәс, конституция комиссияһы төҙөлә, уға ҡатмарлы сәйәси шарттарҙа — Рәсәй Конституцияһын тикшереү менән бәйле киҫкенләшкән, сәйәси көрсөк һәм 1993 йылдың октябрендә Юғары Советты таратыу менән тамамланған, илдә Юғары Совет менән Президенттың ҡаршы тороу шарттарында эшләргә тура килә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, республиканың Төп Законы проекты өҫтөндә эш туҡталмай һәм уны ҡабул итеүгә ирешелә. Рәсәй менән бер үк ваҡытта тиерлек, 12 көнгә генә айырма менән, 1993 йылдың 24 декабрендә республика Юғары Советы Башҡортостанды Рәсәй Федерацияһы менән үҙ мөнәсәбәттәрен ике яҡлы килешеүҙәр нигеҙендә төҙөүсе суверенлы демократик дәүләт итеп иғлан иткән яңы Конституция ҡабул итә. 1994 йылдың 3 авгусында Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһы араһында вәкәләттәрҙе сикләү тураһында Договорға ҡул ҡуйыу республика Конституцияһының законлылығын раҫлай һәм Башҡортостан менән Рәсәйҙең үҙ-ара аныҡ эш итеү механизмын билдәләй. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына 2006 йылда илдә башҡарма власть вертикале нығыныу, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының юғары вазифа башҡарыусыларына вәкәләттәр йөкмәтеүҙең яңы тәртибе, муниципаль реформа үткәреү менән бәйле билдәле бер үҙгәрештәр индерелә. Ахыр килеп, 2008 йылда Башҡортостан Республикһы дәүләт гимны тексын әҙерләү менән бәйле республика Конституцияһының 122-се статьяһы аныҡлана. Республиканың яңыртылған Конституцияһы, һис шикһеҙ, хоҡуҡи системаның сифат кимәлен яҡшыртыу, республика ҡануниәтен камиллаштырыу өсөн тәүшарттар тыуҙыра. Улай ғына ла түгел. Рәсәй дәүләтенең хоҡуҡи нигеҙен, ил Конституцияһы ғына түгел, шулай уҡ республикалар конституциялары, Федерация субъекттарының уставтары һәм закондары ла тәшкил итеүен оноторға ярамай. Күп республика закондары, айырыуса социаль мәсьәләләр буйынса, федераль закондарҙы яңыртҡанда файҙаланылыуы мөмкин. — Дауыллы үҙгәрештәр дәүерендә Конституция республиканың хоҡуҡи дәүләт, Рәсәйҙең иҡтисади үҫешкән һәм сәйәси тотороҡло төбәге булараҡ формалашыуы өсөн законлы нигеҙ һалды, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, республиканың Төп Законының 15 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһап. — Ул беҙҙең сәйәси-хоҡуҡи системаның нигеҙе һәм иң мөһим символы булды һәм булып ҡала, Башҡортостан халыҡтарының тарихи юлын һәм ҡаҙаныштарын сағылдыра. Был ҡаҙаныштарҙың иң мөһиме – көслө социаль сәйәсәт менән социаль дәүләт төҙөү.
|
Ҡаралған: 1164 | Өҫтәне: Shomas| Тегтар: Башҡортостан, 1993, Рәсәй | | |
|