|
Баш бит » 2009 » Декабрь » 25
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында балалар өсөн яңы йыл тамашаһы башланды. Балалар өсөн спектаклдәр ике сәхнәлә — Ҙур һәм Камерный залдарҙа уҙғарыласаҡ. Йәштәр театрының рус труппаһы Өфө балаларын Англия, Бразилия, Швеция, Германия, Финляндия Ҡыш Бабайҙары — Санта Клаус, Пай Натало, Водан, Томте һәм Йоулупукки менән бергә донъя сәйәхәтенә саҡыра. Улар рус Ҡыш Бабайын мәкерле Жар Феяһынан ҡотҡарырға йыйыналар. Мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы сюжеттарҙан торған "Яңы йыл вальсы” тип аталған әкиәт тамашаһы балаларға ла, өлкәндәргә лә күңелһеҙләнергә ирек бирмәйәсәк. Шулай уҡ был көндәрҙә, Милли йәштәр театры, Лилиә Кәбирова ҡуйған "Тылсымлы ҡурай” әкиәтен ҡарарға саҡыра. Кескәй тамашасыларға Йәштәр театрында айырым иғтибар бүленгән: килгән ҡунаҡтарҙы фойела уҡ Ҡыш Бабай, Ҡарһылыу, Яңы 2010 йылдың символы –Юлбарыҫ һәм башҡа әкиәт персонаждары ҡаршы алып тора.
Ҡаралған: 920 тапҡыр | Өҫтәне: Shomas| Датаһы: 25.12.2009 |
"Яңы йыл мәрәкәләре” конкурсы – театрлаштырылған байрам программалары сығыштары – ҡала майҙандарында старт ала. Тәүге сығыш программаһын Өфөнөң Калинин районындә йәшәүселәр тәҡдим итә. Байрам тамашаһы 12 сәғәттә "Моторҙар эшләүселәр” Мәҙәниәт йорто алдында башлана. Октябрь районының Яңы йыл шоуын ҡала халҡы бөгөн 15 сәғәттә Спорт мәҙәниәт һарайы майҙанында күрә аласаҡ. 25 декабрь – ҡалабыҙҙың Дим, Киров,Ленин райондарында, 28 декабрь – Оржоникидзе һәм Совет райондарында театрлаштырылған яңы йыл тамашалары уҙғарыласаҡ. Әйткәндәй, "Яңы йыл мәрәкәләре” конкурсы, Өфө хакимиәте тарафынан йыл да үткәрелеп килгән "Вьюговей-2010” фестивале сиктәрендә үткәрелә. Тимәк, байрамды ҡарарға ҡала тамашасылары ғына түгел, шулай уҡ һәр бер сығышты баһалаусы жюри ағзалары ла киләсәк. Традиция буйынса был фестиваль киләһе йылдың ғинуар урталарына ҡәҙәр дауам итәсәк. Ҡатнашыусылар өсөн – иң яҡшы й
...
Читать дальше »
Ҡаралған: 784 тапҡыр | Өҫтәне: Shomas| Датаһы: 25.12.2009 | |
|
|
|