Шш, 03.12.2024, 22:17
RSS
Сайт менюһы
Һорауыбыҙ бар
""Шоңҡар"ға яҙылыу хаҡы нисә һум булырға тейеш?
Бөтәһе: 53 яуап
Календарь
«  Декабрь 2009  »
ДшШшШрКсЙмШбЙш
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031
Баш бит » 2009 » Декабрь » 23
Уҙған йәкшәмбе көнөндә Туймазы ҡалаһында «Ихлас» ҡатын-ҡыҙҙар мәҙрәсәһе рәсми асылды. Был мөһим ваҡиға менән мәхәллә кешеләрен Туймазы районы муниципаль районы Советы рәйесе Ильяс Саниев, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфти Тәлғәт Тажетдин, Рәсәй ислам университеты ректоры, Урал федераль округының баш мөфтийе Ринат хәҙрәт Рәйес, район һәм ҡала руханиҙары вәкилдәре ҡотланы.
Мәҙрәсә 2005 йылда төҙөлә башланған. Мәхәллә кешеләре аҡсаһына Совет урамында төҙөлә башлаған бина һатып алына. Әммә средстволар булмау арҡаһында төҙөлөш эштәре аҡрын бара.
Туймазынан ике тапҡыр хажға барып ҡайтҡан Хәмәтгәрәев сығымдарҙың күп өлөшөн үҙенә ала, һәм уның ярҙамында эш урынынан ҡуҙғала. Шулай уҡ ҡаланың төҙөлөш һәм сәнәғәт предприятиелары, коммуналь хеҙмәттәр, шәхси эшҡыуарҙар ҙа ситтә ҡалмай. Мәхәллә кешеләре лә хәлдәренән килгән тиклем өлөш индерә.
Ҡатын-ҡыҙҙар мәҙрәсәһендә Өфөләге Рәсәй ислам универси ... Читать дальше »
Ҡаралған: 793 тапҡыр | Өҫтәне: Shomas| Датаһы: 23.12.2009

ТӨРКСОЙ Халыҡ-ара ойошмаһы һәм Истанбул университетының Евразия институты Истанбулда профессор, доктор Әхмәт-Зәки Вәлиди Туғандың хәтер көнөн үткәрҙе. Сараны асыуҙа Евразия институты директоры Хаяти Тюфекчиоглу, ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, был тантана төрки тарихын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән күренекле төркиәтсе Әхмәт-Зәки Вәлидигә арналған, тине.
Сарала ҡатнашыусылар башҡорт телендә "Тарих яҙыр инем ташына...” (режиссеры Әхмәт Яҡупов, сценарий авторы Юлай Ғәйнетдинов) документаль фильмын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Фильмды ҡарағандан һуң барыһы ла үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Профессор, доктор Гюльчин Чандарлыоглу, Әхмәт-Зәки Вәлиди башҡарыуында йырҙарҙы тәүге тапҡыр ишетәм һәм был минең өсөн ҙур сюрприз булды, тине. Вәлидиҙең ҡыҙы, профессор, доктор Иҫәнбикә Туған билдәләүенсә, фильм башҡорттарҙың көндәлек тормошо тарих һәм сәнғәт менән тығыҙ бәйләнеүен уңышлы күрһәтә. Гюльчин Чандарлыоглу шу ... Читать дальше »
Ҡаралған: 1071 тапҡыр | Өҫтәне: Shomas| Датаһы: 23.12.2009

1993 йылдың 24 декабрендә — 16 йыл элек — Башҡортостан Конституцияһы ҡабул ителә, ул республикабыҙҙың яңы дәүләт конструкцияһына хоҡуҡи нигеҙ һала. Төп Закон Башҡортостан өлгәшкән һәм Рәсәй үҫешенә уның индергән өлөшөн билдәләгән тәғәйен сәйәси, иҡтисади, социаль һөҙөмтәләрҙә бойомға ашҡан принципиаль үҫеш йүнәлештәрен билдәләне.
Уҙған йылдарҙа республиканың конституцион үҫешендә бер нисә этапты айырып күрһәтергә мөмкин. 90-сы йылдар башында Рәсәй Федерацияһында һәм уға ингән республикаларҙа киң конституцион процесс башлана. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итеү республиканың яңы Конституцияһын әҙерләү өсөн төп тәүшарт булып тора. 13 октябрҙә инде, Декларация ҡабул иткәндән һуң бер көн үткәс, конституция комиссияһы төҙөлә, уға ҡатмарлы сәйәси шарттарҙа — Рәсәй Конституцияһын тикшереү менән бәйле киҫкенләшкә ... Читать дальше »
Ҡаралған: 1150 тапҡыр | Өҫтәне: Shomas| Датаһы: 23.12.2009

Эҙләү
Архив материалдары
"Шоңҡар" плееры
Реклама


"Шоңҡар" - башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер, ҡабатланмаҫ йәштәр баҫмаһы!
© 2024 "Шоңҡар" журналы.
www.shonkar-02.ucoz.ru сайтында урынлаштырылған бөтә мәғлүмәт һәм
мәҡәләләр авторлыҡ хоҡуғы тураһында халыҡ-ара һәм Рәсәй закондары менән яҡлана
Rambler's Top100