Йм, 31.01.2025, 19:45
RSS
 
Сайт менюһы
Һорауыбыҙ бар
""Шоңҡар"ға яҙылыу хаҡы нисә һум булырға тейеш?
Бөтәһе: 53 яуап
Календарь
«  Декабрь 2009  »
ДшШшШрКсЙмШбЙш
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031
Баш бит» 2009 » Декабрь » 25 » Башҡорт йәштәр театры “Яңы йыл вальсы”на саҡыра
09:43
Башҡорт йәштәр театры “Яңы йыл вальсы”на саҡыра
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында балалар өсөн яңы йыл тамашаһы башланды. Балалар өсөн спектаклдәр ике сәхнәлә — Ҙур һәм Камерный залдарҙа уҙғарыласаҡ.
Йәштәр театрының рус труппаһы Өфө балаларын Англия, Бразилия, Швеция, Германия, Финляндия Ҡыш Бабайҙары — Санта Клаус, Пай Натало, Водан, Томте һәм Йоулупукки менән бергә донъя сәйәхәтенә саҡыра. Улар рус Ҡыш Бабайын мәкерле Жар Феяһынан ҡотҡарырға йыйыналар. Мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы сюжеттарҙан торған "Яңы йыл вальсы” тип аталған әкиәт тамашаһы балаларға ла, өлкәндәргә лә күңелһеҙләнергә ирек бирмәйәсәк.
Шулай уҡ был көндәрҙә, Милли йәштәр театры, Лилиә Кәбирова ҡуйған "Тылсымлы ҡурай” әкиәтен ҡарарға саҡыра.
Кескәй тамашасыларға Йәштәр театрында айырым иғтибар бүленгән: килгән ҡунаҡтарҙы фойела уҡ Ҡыш Бабай, Ҡарһылыу, Яңы 2010 йылдың символы –Юлбарыҫ һәм башҡа әкиәт персонаждары ҡаршы алып тора.
 
Авторы: Әлфиә Әһлиуллина /"Башинформ"МА/
Ҡаралған: 912 | Өҫтәне: Shomas| Тегтар: Өфө, Йәштәр театры, Ҡарһылыу, Ҡыш бабай, Яҙы йыл вальсы
Эҙләү
Архив материалдары
"Шоңҡар" плееры
Реклама


"Шоңҡар" - башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер, ҡабатланмаҫ йәштәр баҫмаһы!
© 2025 "Шоңҡар" журналы.
www.shonkar-02.ucoz.ru сайтында урынлаштырылған бөтә мәғлүмәт һәм
мәҡәләләр авторлыҡ хоҡуғы тураһында халыҡ-ара һәм Рәсәй закондары менән яҡлана
Rambler's Top100